Балалар сыуаш бейеүен дәртле итеп һәм балаларса тәбиғи башҡарыуҙары менән жюри ағзаларын әсир итте. Һөҙөмтәлә – лайыҡлы еңеү. Ә күптән түгел «Ялҡын» район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә шарандар хөкөмөнә йомғаҡлау концертын тәҡдим итте, унда ансамбль ағзалары республика һәм ил халыҡтары бейеүҙәрен өҙҙөрөп бейене. Төрлө төҫтәге матур кейемдәр, уңышлы һайланған бейеү композициялары, бейеүселәр йөҙөндәге йылмайыу, тамашасыларҙың көслө алҡыштары, «Афарин!» тигән ауаздар – концертта быларҙың бөтәһе лә булды.