+12 °С
Облачно
Новости
17 Июля 2019, 09:34

“Мәрхәмәтле Йәрмәкәй”

Район мәҙәниәт һарайында “Мәрхәмәтле Йәрмәкәй” II хәйриә фестивале уҙҙы

Район мәҙәниәт һарайында “Мәрхәмәтле Йәрмәкәй” II хәйриә фестивале уҙҙы

“Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы коллективы һәм уның филиалдары яҡшы эштәр тураһында һөйләне, социаль үҫеш хәйриә фонды һәм район хакимиәте әлеге сараның ойоштороусылары булды. Уға “Хәйерле ҡала Петербург” һәм “Өфө ҡалаһының ижтимағи үҫеш фонды” мәғлүмәт ярҙамы күрһәтте.

Хакимиәт башлығы Илшат Райманов залда ултырыусылар-ҙың бөтәһенә лә изгелек байрамы үткәргәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Фестиваль-марафондың инициаторы, район хакимиәте-нең мәғлүмәт-аналитика секторы мөдире Ынйы Шафиҡова йәрмәкәйлеләрҙең әлеге фестивалде нисек хуплауы тураһында һөйләне:

– 2018 йылдың 22-24 октяб-рендә Санкт-Петербургта “Игелекле ҡалалар” берҙәмлегенең Бөтә Рәсәй конференцияһы уҙҙы, унда 2018 йыл дауамында үҙ ҡалаһында йәки ауыл ерлегендә “Игелекле ҡала” хәйриә фестивале вәкилдәренә символик асҡыстар тапшырылды. Башҡортостан Республикаһында Изге ҡала асҡыстарына Благовещен, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Көйөргәҙе, Йәрмәкәй, Фёдоровка райондары эйә булды.

Ынйы Кәбировна билдәләп үтеүенсә, “Мәрхәмәтле Йәрмәкәй” хәйриәселек үҫешенә, хакимиәт, бизнес һәм коммерциялашмаған ойошмалар араһында партнёрлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыуға ярҙам итә.

Концерт программаһын “Ҡояш-ҡай” балалар баҡсаһы һәм уның филиалдары хеҙмәткәрҙә-ре әҙерләне. Тамаша бик матур, күңелле, шул уҡ ваҡытта тулҡынландырғыс булды. Бәләкәс балаларҙың концерт номерҙары һоҡланыу хисе уятты. Кисә йылы, күңелле атмосферала үтте.

Йыйылған аҡсаға әлеге фестивалде ойоштороусылар үҙ баҡсаһы территорияһында балалар майҙансығын төҙөкләндерергә теләй.
Читайте нас