Район Мәҙәниәт һарайының ижади коллективтары лайыҡлы бүләк – 19 пассажирға иҫәпләнгән "Форд-транзит" микроавтобусына эйә булды. Ул заманса хәүефһеҙлек саралары һәм тахограф менән йыһазланған, ололарҙы һәм балаларҙы йөрөтөү өсөн яйланған.
Йыл һайын райондың ижади коллективтары республика фес-тивалдәрендә һәм смотрҙарында ҡатнаша һәм призлы урындар ала.
Яңы транспорт район Мәҙәниәт һарайына беркетелде. Әммә уның менән район Мәҙәниәт һарайы коллективтары ғына түгел, Балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Балалар ижад йорто һәм башҡа учреждениелар ҙа файҙаланасаҡ.
Район Мәҙәниәт һарайы район хакимиәтенә, шәхсән А. Андреевҡа, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусыларға ҡарата һиҙгер, иғтибарлы мөнәсәбәт өсөн рәхмәт белдерә. Был шатлыҡлы ваҡиға ғына түгел, был – балалар сәләмәтлеге һәм хәүефһеҙлеге тураһында хәстәрлек.