Халыҡ-ара «Евразия йөрәге» сәнғәт фестивале барышында, Милли кейем байрамы уҙҙы. Костюмдар парады Мәжит Ғафури исемендәге драма театры эргәһенән старт алып, Ватан этнопаркының амфитеатр майҙанында концерт менән тамамланды.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Баш-ҡортостан Республикаһының мәҙә-ниәт министры Әминә Шафиҡова сәләмләне.
Башҡортостандың 100 йыллығына арналған байрамда республиканың төрлө район-ҡалаларынан 600-ҙән ашыу ижади коллектив, 3000-дән ашыу кеше ҡатнашты. Парадта Благовар районын Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге һәм “Аманат” фольклор коллективы тәҡдим итте.
Театр алдындағы кешеләрҙең милли костюмдары төрлөсә, быуындан-быуынға изге аманат итеп тапшырылып, ҡиммәтле таштар менән менән биҙәлгәндәре лә, заманса стилләштереп тегелгәндәре лә бар. Һәр төбәктең кейемдәре үҙенә генә хас биҙәктәр, төҫтәр менән биҙәлгән.
Милли кейем парады «Евразия йөрәге» фестиваленең иң сағыу өлөшөнөң береһелер, моғайын. Майҙанда башҡорт, рус, татар, сыуаш, поляк, украин, немец һәм сит ил этностарының кейемдәрен күрергә була ине. Байрамда ҡатнашыусылар – республикала йәшәгән тиҫтәләгән милләт вәкилдәре. Күрше төбәктән дә ҡунаҡтар килгәйне.
Мәҙәни сара балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә кәйефен күтәрҙе, көс-дәрт бирҙе. Быйылғы Кейем парадында иң бәләкәй ҡатнашыусыға 1 йәш тә 7 ай, ә иң өлкәненә 80 йәш ине.
Милли кейем парады дүртенсе тапҡыр ғына үтеүгә ҡарамаҫтан, халыҡтың көтөп алған күңел байрамына әүерелгән. Сөнки был сара быуындар күсәгилешлеген һаҡлаусы, халыҡты берләштереүсе рух һәм дуҫлыҡ тантанаһы булып тора.