М. Аҡмулланың тыуған ауылына, музейына сәйәхәт ҡылды. Музей директоры Миләүшә Таһир ҡыҙы Ғәйнетдинова бик ҡыҙыҡлы экскурсия үткәрҙе. Һәр экспонат тарих һөйләй, һәр стенд бай мәғлүмәт туплаған.
Музейҙа тупланған материал-дарҙан күренеүенсә, әсәһе Бибиөм-мөгөлсөм үлгәндә, Мифтахетдин бәләкәй бала ғына була. Атаһы Камалетдин – ауылдың муллаһы. Тәүге һабаҡтарҙы атаһынан ала. Унан инде Мәнәүезтамаҡ, Әнәс ауылдарындағы, Стәрлебаштағы мәҙрәсәләрҙә уҡый, шағир Шәмсетдин Зәки дәрестәрен тыңлай. Күп сәйәхәт тә итә. Ярты ғүмере Ырымбур, Троицк, Ҡазан, Ҡостанай, Петропавловск ҡалаларында, Төрк-мәнстан, Ҡаҙағстан далаларында үтә. Күп яҙыусылар һәм шағирҙар, мәғрифәтселәр менән осраша, аҡын, сәсәндәр менән ҙур майҙандарҙа бәйге тота. Мифтахетдин Аҡмулла, Салауат Юлаевтан һуң беренсе булып, үҙ халҡына, башҡорттарым, тип мөрәжәғәт итә, кешелекте аң-белемгә өндәй.
Артабан Аҡмулла шишмәһенә юл тоттоҡ. Ул бик яҡшы итеп йыһазландырылған. Ҡайтышлай Йәнәби мәктәбенә һуғылдыҡ. Репрессия ҡорбаны, яҙыусы Төхфәт Йәнәби (тулы исеме Төхфәтулла Кәлимулла улы Кәлимуллин) үҙенең псевдонимы итеп тап ауылының исемен алған. Мәктәп алдында уға бюст ҡуйылған, ә эсендә музей булдырылған.