+13 °С
Облачно
Новости
27 Июня 2019, 09:15

Оҫталыҡтарын арттырҙылар

Шаран районы эшҡыуарјары “Алтын тараҡ” күргәҙмә-конкурсында ҡатнашты

Шаран районы эшҡыуарјары “Алтын тараҡ” күргәҙмә-конкурсында ҡатнашты

“Өфөлә Матурлыҡ көндәре” сиктәрендә республикабыҙ баш ҡалаһында XI махсус «Косметология – Professional» күргәҙмәһе һәм XIX махсус “Алтын тараҡ” күргәҙмә-конкурсы үтте.

“Өфөлә Матурлыҡ көндәре” программаһына конференциялар һәм күп һанлы оҫталыҡ дәрестәре инде.

Шаран районы матурлыҡ индустрияһы эшҡыуарјары Ә. Әхмәҙишина, В. Мәхмүдова, А. Третьякова, Г. Йәләева һәм башҡалар әлеге күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнашты һәм оҫталыҡ дәрестәре үтте, һуңынан уларға ҡатнашыуҙары өсөн грамоталар тапшырылды.

Ҡатын-ҡыҙҙар бизнесты алып барыу буйынса байтаҡ файҙалы мәғлүмәт алды. Шулай уҡ үҙ эштәре буйынса күп яңылыҡ туплап, хеҙмәттәштәре менән тәжрибә уртаҡлашып, яҡшы кәйеф менән ҡайтты улар. Хәҙер районыбыҙ гүзәл заттары йәйге миҙгелгә гардеробтарын яңыртып ҡына ҡалмаясаҡ, ә матурлыҡ салондарында һәм бөҙрәханаларҙа “Өфөлә Матурлыҡ көндәре”ндә ҡатнашыусылар етәкселегендә тышҡы ҡиәфәттәрен тәртипкә килтерәсәк.
Читайте нас