Бүздәк ауылы 1-се мәктәбе базаһында II Халиҡов уҡыуҙарының республика конференцияһы уҙҙы. Ул Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм Муллаян Халиҡовтың тыуыуына 125 тулыуға арналғайны.
Муллаян Дәүләтша улы Халиҡов (1894-1937) – башҡорт милли хәрәкәтенең иң әүҙем ағзаларының береһе, халыҡ мәғарифы комиссары, Башҡорт АССР-ының халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе. 1919 йылдың 20 мартында ул Башҡорт автономияһын төҙөү тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша һәм башҡорт халҡы автономияһының төп яҡлаусыһы була. Был турала бик күп тарихи материалдар һөйләй.
Тарихи шәхестең тыуған ерендә үткәрелгән ғилми-ғәмәли кон-ференцияға район һәм ҡалаларҙан бик күп ҡыҙҙар һәм егеттәр йы-йылғайны. Баҡалы районынан да 3 уҡыусы ҡатнашты: Иҫке Ҡоростан Айһылыу Шакирова (10-сы кл.), Иҫке Әзмейҙән Елена Кутлина һәм Катерина Елесеева (9-сы кл.).
Конференцияла бөтәһе 8 секция эшләне. Беҙҙең уҡыусылар “Оригиналь формалағы кроссвордтар” конкурсында ҡатнашты. Кроссвордтарҙы Башҡортостан кар-
таһы, бал ҡорто кәрәҙе рәүешендә эшләп, уның һәр һорауына яуапты презентация аша күрһәттеләр. Бәйгеселәр һорауҙарҙы 3 төр-көмгә бүлеп төҙөнөләр: Дәүләт символикаһы, мәҙәниәт, ҡо-мартҡылар. Был эштәр уҡыу-сыларҙан Башҡортостан тураһында күберәк белеүҙе, эҙләнеүҙе талап итте.
Эштәрҙе мәртәбәле жюри баһаланы. Уҡыусыларыбыҙ II дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Балаларҙы әҙерләгән уҡытыусылар С. Тимофеева һәм Н. Сәләховаға Рәхмәт хаттары һәм сертификат тапшырылды.
Конференциялағы йөкмәткеле сығыштар уҡыусыларҙың тарих буйынса белемдәрен нығытты, данлыҡлы һәм булдыҡлы яҡ-таштарыбыҙ, республикабыҙ менән ғорурлыҡ хистәре уятты, тыуған еребеҙ яҙмышына битараф булмаҫҡа, Муллаян Халиҡов, Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабичтар һымаҡ, матур киләсәк өсөн көстө ҡыҙғанмай хеҙмәт итергә өндәне.