Конференция эшендә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт һәм сағыштырма тел ғилеме кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Зөләйха Хәбибуллина, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты милли мәғариф буйынса ресурс үҙәгенең директор урынбаҫары, педагогия фәндәре кандидаты Мәрхәбә Дәүләтшина, Башҡортостан Республикаһы Мә-ғариф министрлығының милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге етәксеһе Розалия Сафиуллина, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының тәрбиә эштәре буйынса декан урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Гөлназ Вәлиева, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, мәғариф идаралығы етәксеһе урынбаҫары Гүзәл Сыңғыҙова, Архангел, Благовар, Нуриман, Иглин, Дәүләкән, Кушнарен, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондары мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм район башҡорттары ҡоролтайҙары Башҡарма комитеты рәйестәре ҡатнашты.
Мәҙәниәт йортонда район мәктәптәренең күргәҙмәһе ойошторолдо.
Сара әҙәби-музыкаль композиция менән башланды. Аҙаҡ уҡытыусылар “Педагогик идеялар” майҙансыҡтарында эштәрен дауам итте. Өс майҙансыҡ булдырылғай-ны. Улар “Туған телдәрҙе өйрәнеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре”, “Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә баш-ҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре”, “Мәктәпкәсә һәм урта белем биреү системаһында башҡорт теле: көнүҙәк үҫеш мәсьәләре” тигән йүнәлештәр буйынса эшләне.
Педагогик идеялар фестивалендә мастер-кластар күрһәтелде. Беҙҙең райондан Таң ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Земфира Кинйәбай ҡыҙы Хәмиҙуллина “Башҡорт теле дәрестәрендә ҡыҙыҡһыныу уятыу алымдары” тигән темаға бик фәһемле оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Конференция эшендә ҡатнашҡан ғалимдарҙың йөкмәткеле сы-ғыштары уҡытыусылар өсөн бик файҙалы булды. Улар педагогтарҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.
Конференция һуңында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы-тыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы резолюцияһына өҫтәү өсөн тәҡдимдәр ҡабул ителде.
Ҡырмыҫҡалы районында үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙә-биәте уҡытыусылары төбәк конференцияһы үҙ маҡсатына иреште. Телебеҙҙе артабан да үҫтереүгә, заман талаптарына ярашлы дәрестәрҙе һөҙөмтәле, модулле уҡытыу буйынса белемдәрен киңәйтте.