+18 °С
Дождь
Новости
10 Июня 2019, 13:55

Афарин, Радмир!

Үткән аҙнала Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге XIX Республика ҡурай байрамы үтте.

Үткән аҙнала Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге XIX Республика ҡурай байрамы үтте.

Октябрьский ҡалаһы хакимиәте мәғлүмәте буйынса, быйыл ҡурай байрамына һәм уның барышында уҙғарылған «Байға 2019» конкурсына республиканың 10 ҡалаһынан һәм 19 районынан 324 ҡурайсы, шулай уҡ Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре вәкилдәре килде.

Байрам аҙағында Октябрьский музыка колледжы залында конкурс еңеүселәренең һәм финалсыларының ҙур гала-концерты булды. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы ла шунда үтте. XIX Республика ҡурай байрамының абруйлы ҡунағы – мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

«Һеҙ бөтәгеҙ ҙә еңеүсе!», – тине министр.

Октябрьский хакимиәте башлығы Алексей Шмелёв та сарала ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙен еткерҙе һәм быйыл ҡурай байрамының билдәле датаға – Башҡортостандың 100 йыллығына бағышланыуын билдәләне.

Төп бүләккә – автомобилгә Сибайҙан Шамил Күсәмишев лайыҡ булды.

Шулай уҡ беренсе урын алған еңеүселәр араһында Туймазы ҡалаһынан Радмир Ғүмәров та бар. Ул «12-нән 16 йәшкәсә солистар» категорияһында еңеү яуланы. Рената Ҡаһарманова – 3-сө дәрәжә лауреаты, Алмаз Нәбиуллин дипломант исемен алды. Ә "Хазина" өлгөлө ҡурайсылар ансамбле 3-сө дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булды (етәксеһе Камил Фәайзуллин).
Читайте нас