+19 °С
Дождь
Новости
21 Мая 2019, 07:16

Уйна, ҡурай!

Октябрьский ҡалаһында үтәсәк Ғата Сөләйманов исемендәге Республика ҡурай байрамында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү башланды.

Октябрьский ҡалаһында үтәсәк Ғата Сөләйманов исемендәге Республика ҡурай байрамында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү башланды.
Быйыл музыка ярышы Баш-ҡортостан Республикаһы ойошоу-ға 100 йыл тулыуға арнала, – тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығы матбуғат-хеҙмәте. – Унда ҡатнашыуға республиканың ҡурайсылар ансамблдәре һәм яңғыҙ сығыш яһаусылар саҡырыла.
Музыканттар репертуарҙы, баш-ҡарған көйҙөң тарихын да белергә тейеш.
Башҡарыу оҫталығын танылған ҡурайсылар, ғалим-фольклорсылар, халыҡ сәнғәте белгестәре, Ҡурай байрамы бәйгеләренең Төп бүләк эйәләренән торған жюри баһалаясаҡ.
Ҡатнашыусыларҙы һәм тамаша-сыларҙы үҙешмәкәр ҡурайсылар һәм һөнәр оҫталары (солистар, ансамблдәр) араһында бәйгеләр һәм ижад лабораториялары көтә. Фестиваль бәйге еңеүселәре һәм байрам ҡунаҡтары ҡатнашлығындағы концерт менән тамамланасаҡ.
Ойоштороусылары – Башҡортос-тан Республикаһы Мәҙәниәт ми-нистрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан Рес-публикаһы Октябрьский ҡала округы мәҙәниәте хакимиәте, “Башҡортостан Республикаһы ҡурай-сылар берлеге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы.
Читайте нас