+23 °С
Ясно
Новости
21 Мая 2019, 07:47

Район башҡорттары ҡоролтайы

Мәҙәниәт һарайында Йәрмәкәй районы башҡорттары ҡоролтайы үтте.

Мәҙәниәт һарайында Йәрмәкәй районы башҡорттары ҡоролтайы үтте. Ул Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек һәм уны үткәреү сиктәрендә уҙҙы.
Сарала район башҡорт-тары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, ауыл биләмәләре, мәғариф ида-ралығы һәм мәҙәниәт бүлеге, ижтимағи ойошма вәкилдәре, Өфө ҡунаҡтары ҡатнашты.
Уның эшендә муниципаль район хакимиәте башлығы Илшат Райманов, Бөтә донъя башҡорттары ҡо-ролтайы Башҡарма комитеты Аппараты етәксеһе урынбаҫары Азамат Сирбаев, БДУ доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Алина Сәлимгәрәева ҡат-нашты.
Делегаттарға һәм ҡунаҡ-тарға сәләмләү һүҙе менән хакимиәт башлығы Илшат Райманов мөрәжәғәт итте. Ул райондың социаль-иҡтисади үҫешенең төп мәсьәләләрен атаны һәм ҡатнашыусыларға әүҙем һөҙөмтәле эш теләне.
Азамат Сирбаев 2019 йылдың 28-29 июнендә Өфөлә уҙасаҡ V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек тураһында һөй-ләне. Съезға Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән делегаттар йыйыласаҡ. Уның беренсе көнөндә пленар ултырыш буласаҡ, ә икенсе көндө Ишембай районында Торатау тауы эргәһендә Ҙур Урал Һабантуйы уҙасаҡ.
Район ҡоролтайы баш-ҡарма комитеты эшсәнлеге тураһындағы отчёт доклады менән Алина Сәлимгәрәева сығыш яһаны. Ул үткәрел-гән саралар рухи-әхлаҡи тәрбиә буйынса башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыуы ту-раһында һөйләне. Шулай уҡ район үҙәк китапханаһы директоры Лилиә Ғиз-зәтуллина; башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары – Гөлсәсәк Шаймарҙанова (Тарҡаҙы ауылы урта мәктәбе) һәм Мәғдәнис Сиражева (Йәрмәкәй ауылы "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһы) сығыштарын да тыңланылар. Докладтарҙың төп темаһы – туған телде һаҡлау һәм өйрәнеү, башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы буйынса тәҡ-димдәр яңғыраны.
Ҡоролтай ҡунағы – шағирә, "Башҡортостан" газетаһының әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Лариса Абдуллина үҙенең сәләмләү сығышында район халҡына эшлекле гражданлыҡ позицияһы өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул йыйылыусыларҙың иғтибарын йәштәр менән эшләүҙең мөһимлегенә йүнәлтте. Ә Нурислам Ҡалмантаев Башҡортостан Республикаһын формалашты-рыу тарихы тураһында сығыш яһаны.
Артабан съезда ҡатнашыусылар Йәрмәкәй ра-йонынан V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланы.
Сара аҙағында район ҡоролтайының иң әүҙем ағзаларын бүләкләү тан-танаһы булды.
Читайте нас