Ҡаңны-Төркәй ауылының мәҙәниәт йортонда район башҡорттарының отчет-һайлау ҡоролтайы үтте. Ҡоролтай эшендә Бүздәк районында йәшәгән 7 меңдән ашыу башҡорттан 162 делегат ҡатнашты, 12 ауыл биләмәһенән дә вәкилдәр булды.
Ҡоролтай эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкилдәре: эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Иршат Аҫылғужин, аппараттың баш белгесе Тәнзилә Ҡотлогилдина ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы ауыл мәҙәниәт йортоноң «Заһиҙә» фольклор ансамбле йыр, шиғыр, сәк-сәк, буҙа менән ҡаршыланы, район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар политикаһы буйынса урынбаҫары Гөлфиә Ғабдрафиҡова, ауыл Советы хакимиәте башлығы Ғәли Шәғәлиев, Бүздәк районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Лариса Баймөхәмәтова оҙатып йөрөнө. Мәҙәниәт йорто фойеһында ҡунаҡтар һәм делегаттар ҡул эштәре, милли биҙәүестәр һәм аш-һыу күргәҙмәһе менән танышты, шулай уҡ Ҡаңны-Төркәй урта дөйөм белем биреү мәктәбендә урынлашҡан С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Х.Ғиләжевҡа арналған музейҙа ла булды, ундағы экспонаттарҙың тарихы менән танышты, балаларҙың ҡул эштәре күргәҙмәһе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Отчёт-һайлау ҡоролтайы эшен район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Лариса Баймөхәмәтова асып ебәрҙе. Ҡаңны-Төркәй ауылы биләмәһе рәйесе Ғәли Шәғәлиев ҡунаҡтарҙы һәм делегаттарҙы сәләмләне, ауылдың тарихы, бөгөнгө торошо менән таныштырҙы. Артабан, Бүздәк районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының 2016-2018 йылға эш отчёты, «Башҡортостан Респуб-ликаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы закондың үтәлеше буйынса эшмәкәрлеге тураһында сығыштар булды. Шулай уҡ Бүздәк районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының яңы составы һайланды, Ҡоролтай рәйесе вазифаһына бер тауыштан Лариса Баймөхәмәтова үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкилдәренең сығыштары ла йылы ҡабул ителде. Ҡоролтай ултырышында шулай уҡ 28-29 июндә үтәсәк V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар ҙа һайланды. Был мәртәбәле йыйында Ҡаңны-Төркәй ауыл советы хакимите башлығы Ғәли Шәғәлиев һәм 1-се һанлы Бүздәк урта дөйөм урта белем биреү мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, башҡорт теле уҡытыусыһы Зилә Мостафина ҡатнашасаҡ. Ҡоролтай аҙағында ҡарарҙар, 2019-2050 йылдарға үҫеш стратегияһына тәҡдимдәр ҡабул ителде. Шулай уҡ эш-ҡыуарлыҡты, этнотуризмды үҫ-тереү, онотолоп барған халыҡ уйындарын, һөнәрҙәрен тергеҙеү буйынса ла фекер алышыуҙар булды.
Сара аҙағында делегаттар һәм ҡунаҡтар Буҙа
байрамында ҡатнашып, күтәренке кәйефтә таралышты.