+19 °С
Облачно
Новости
15 Апреля 2019, 13:21

Отошҡа шатмын

Мин Түбәнге Ташлы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем.

Мин Түбәнге Ташлы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем. Уҡытыусы һәм ошо телдә һөйләшеүсе булараҡ, мин башҡорт телендә әҙәбиәтте яратып уҡыйым, шулай уҡ ошо телдә ваҡытлы матбуғат баҫмаларын даими алдырам.

Элек район гәзитенә башҡорт телендә «Сөн һулышы» ҡушымтаһын алдыра инем, хәҙер район-ара «Етегән» гәзитенә яҙылам. Бында мин районыбыҙ яңылыҡтары менән генә түгел, ә үҙебеҙгә яҡын ете район тормошо тураһындағы мәҡәләләр менән дә танышам. Миңә ябай кешеләр, ижади шәхестәр, мәҙәниәт, спорт һәм мәғариф өлкә-һендәге ҡаҙаныштар тура һындағы яҙмалар оҡшай. «Етегән» гәзитенән ҡыҙыҡ-лы мәғлүмәтте башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланам, уҡыусылар менән уртаҡлашам. Улар башҡа ра-йондарҙа кешеләрҙең нисек йәшәүе, уларҙы нимәләр ҡыҙыҡһындырыуы һәм бор-соуы тураһында белергә тейеш.

«Башҡортостан Респуб-ликаһы» нәшриәт йорто тарафынан ойошторолған 2019 йылға матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы йомғаҡтары буйынса приз отоуыма бәхетлемен. Йортта бик кә-рәкле пар генераторына эйә булдым.
Читайте нас