+17 °С
Дождь
Новости
5 Апреля 2019, 12:21

Юғары сифатлы УЗИ

Маҡсатлы “Башҡортостан Республикаһы балалар дауаханалары һәм балалар

Маҡсатлы “Башҡортостан Республикаһы балалар дауаханалары һәм балалар дауаханалары бүлексәләре медицина ойошмаларының матди-техника базаһын үҫтереү” программаһы сиктәрендә балаларға ультратауыш тикшереүе үткәреү өсөн яңы, кәрәкле йыһаз һатып алынды.

Сит илдән ҡайтарылған заманса УЗИ-сканерҙары, әйткәндәй, уларҙы күсереп йөрөтөргә лә була, эксперт дәрәжәһендәге һүрәт алыу мөмкинлеге бирә, юғары тығыҙлыҡтағы датчиктар менән тәьмин ителгән һәм табипҡа ауырыуҙы иртә үҫеш осоронда асыҡлау, балаға теүәл диагноз ҡуйыу өсөн тиҙ һәм сифатлы диагностика үткәреү мөмкинлеге биргән заманса программа һәм аппарат сығанаҡтарына эйә ул. Был үҙ сиратында дөрөҫ дауа билдәләү мөмкинлеге бирәсәк.

Хәҙер балалар өсөн ультратауыш тикшереүе премиум класлы аппаратта үткәреләсәк. Юғары сифатлы был йыһаз һүрәт сифатын, тимәк, тикшеренеү сифатын да яҡшыртыусы күп һанлы өҫтәмә функцияларға эйә.

Ультратауыш диагностикаһы бүлексәһе табибы Ринат Саттаров яңы йыһазды лайыҡлы тип бил-дәләне.

“Юғары сифатлы һүрәтле яңы быуын аппараты был. Унда эшләү бик уңайлы, – тине табип. – Баш мейеһенән башлап, өҫтәге структуралар һәм ҡан тамырҙары, йөрәккә тиклем бөтә ағзаларҙы ҡарарға мөмкин”. Яңы аппаратта эшләү өсөн доктор махсус конференцияла ҡатнашҡан һәм Өфөлә уҡып ҡайтҡан.
Читайте нас