Рәтамаҡ ауылы клубында Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан китапхана уҡыусылары араһында шундай исем аҫтында район конкурсы үтте
Конкурс район халҡының иғтибарын йәлеп итеүгә һәм шағирҙың йәштәр араһында ижади мираҫын популярлаштырыуға, үҫеп килеүсе быуындың ижади активлығын үҫтереүгә, уҡыу менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға, халыҡ алдында сығыш яһау культураһын һәм ораторлыҡ оҫталығын пропагандалауға йүнәлтелгән.
Бәйгелә райондың бар халҡы ла ҡатнаша ала ине. Барлығы 37 ғариза килде, шуларҙың 20-һе китапхана уҡыусыларынан видеосюжет.
район үҙәк китапханаһы методисы З. Ғүмәрова, уҡыу залы китапханасыһы В. Зәй-ҙуллина, район гәзите корреспонденты ингән жюри сығыштарҙы әҫәрҙең идеяһын сағылдыра белеү, дөрөҫ әҙәби һөйләм, башҡарыу манераһы, артистизм ысулдары ҡулланыу буйынса баһаланы.
“Туған телдә уҡыу” номинацияһында Күлбай ауылы китапханаһы уҡыусыһы Артур Иҙиәтуллин (6-сы класс, Рәтамаҡ урта мәктәбе) еңеүсе булды. Икенсе төркөмдә призлы урындар түбәндәгесә бүленде: 1-се урын – Динара Лотфуллина (Урта Ҡарамалы ауыл китапханаһы), 2-се – Роза Ҡәҙерғолова (9-сы класс, Иҫке Турай ауылы мәктәбе), 3-сө урын – Алһыу Дәүләтшина (9-сы класс, Иҫке Турай ауыл китапханаһы). Өсөнсө төркөмдә пенсионер Зөләлә Ғилманова (Рәтамаҡ ауыл китапханаһы), еңеүсе булды, икенсе урында – Зөлфирә Фәйзуллина (Рәтамаҡ ауылы китапханаһы), өсөнсө урынға Әлфира Шәрифуллина (Абделкәрим ауылы китапханаһы) лайыҡ.
“Рус телендә уҡыу” номинацияһында еңеүсе тип Рәтамаҡ ауылы китапханаһының иң бәләкәй уҡыусыһы Амалия Саруханян (5 йәш) танылды, икенсе урында Никита Пургин (2-се класс, Суҡҡул урта мәктәбе филиалы Күпсәнәй мәктәбе), өсөнсө – Тарҡаҙы ауылы моделле китапханаһынан Екатерина Очередько. Икенсе төркөмдә призлы урындарҙы үҙ-ара Рәтамаҡ ауылы мәктәбе уҡыусылары Эльнар Хәбибуллин (15 йәш), Розалина Саруханян (15 йәш), Азалия Вәлиуллина (8 класс) бүлеште. Өлкәндәр араһында иң яҡшыһы Римма Константинова (Күпсәнәй ауылы китапханаһы), конкурстың призёры – Ҡулбай ауылы китапханаһы китапханасыһы Фәнзилә Шәймәтова. Сара аҙағында Рәтамаҡ ауылы китапханасыһы Гүзәлиә Арыҫланова "Мәңгелек кеше" тип исемләнгән китап күргәҙмәһенә күҙәтеү үткәрҙе һәм шағирҙың тормошонан ҡыҙыҡлы биттәр асты.