Туймазы дәүләт драма театрында яҡташыбыҙ, РФ-ҙың һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты, публицист, күренекле шағир Муса Сиражетдиновҡа (Муса Сиражи) 80 йәш тулыу айҡанлы "Бар матурлыҡ минең ҡосаҡта!" тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисә үтте.
Юбилей кисәһен алып барыусылар Марсель Мөсәүиров һәм Гүзәл Батталова яҙыусының тыуған яғына бағышланған шиғыры менән башлап ебәрҙе.
Тәүгеләрҙән булып юбилярҙы Туймазы районы муниципаль районы Хакимиәте башлығы урынбаҫары С. Подоприхин тәбрикләне, Маҡтау хаты һәм бүләк тапшырҙы. Артабан һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. Яҙыусы, шағир һәм журналист, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар союздары ағзаһы Әхмәр Үтәбай, яҙыусы, шағир, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Венер Фәттәхов, "Киске Өфө" гәзите хәбәрсеһе, шағирә, яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова үҙҙәренең иң изге теләктәрен еткерҙе, шиғырҙарын уҡыны. Венер Фәттәхов башҡарыуындағы йыр юбилярға матур музыкаль бүләк булды.
Кисәлә Муса Сиражи шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраны. Тамашасылар бигерәк тә уның иң билгеле йырҙарының береһе – «Уралдым моңдарыңа» тип аталған йырын ихлас ҡаршы алды. Туймазы драма театры актёры Айрат Солтанов Муса ағайҙың һүҙҙәренә яҙған өр-яңы «Оҙатыу» йырын йырлап ишеттерҙе.
БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсилә Басирова (юби-лярҙың хәләл ефете) бүләккә «Һөйөү ҡәҙере» йырын алып килгән. Биләмә-ара үҙәк китапхана директоры Әлфиә Шәйҙуллина Рәсилә Мөхәмәт ҡыҙына беҙҙең яҡташты ижадҡа дәртләндереүе өсөн бөтә Туймазы халҡы исеменән рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
– Мин үҙемдең остаздарыма – Әкрәм Даутов, Ғәзи Кашшаф, Әнғәм Атнабаевҡа рәхмәтлемен. Оло әҙәбиәткә юл асҡан ошо әҙиптәр тураһында йылы иҫтәлектәр минең йөрәктә бөгөн дә һаҡлана, – тине Муса Шәрәфетдин улы сәхнә түренән.
Шағир шулай уҡ тамашасыларға үҙенең юмористик әҫәрҙәрен уҡыны.
Юбилей кисәһе шулай йыр-моң, бейеү, шиғыр, ихлас ҡотлауҙар менән һуғарылып, һиҙелмәй ҙә үтеп китте.
Байрамдың сценарийын һәм электрон презентацияһын китапхана хеҙмәткәрҙәре әҙерләне, театр фойеһында улар тамашасыларға фотокүргәҙмә ойошторҙо.
Муса ағай Сиражиға янып-илһамланып эшләргә, шатлыҡлы ҡартлыҡта, тормош иптәше менән оҙон-оҙаҡ сәләмәтлектә йәшәргә насип итһен! Юбилейығыҙ ҡотло булһын, хөрмәтле Муса ағай!