Балаларға һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланған байрам сараһы район хакимиәтенең ҙур залында уҙҙы. Байрамға махсус ҡунаҡтар – сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре саҡырылған ине. Тантанала Йәрмәкәй районы Хакимиәте башлығы Илшат Райманов һәм муниципаль район Советы рәйесе Руслан Камалиев ҡатнашты.
Байрамға беҙҙең район-дың төрлө ауылдарынан килгән йәш ҡыҙҙар шатлыҡ, тылсымлылыҡ һәм күңел асыу атмосфераһына сумды. Яҙ байрамы менән тәбрикләп, Илшат Әмир улы йәш ҡунаҡтарға һәм уларҙың әсәләренә сәскәләр тапшырҙы.
ра беренсе тапҡыр үткә-релде. Уның инициаторҙары – муниципаль район Хакимиәте һәм "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының ерле бүлексәһе. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, улар барлыҡ ҡағиҙәләр буйынса сәй табыны, матур кейемдәр, уйындар менән ысын бал ойошторҙо. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре йыр, табышмаҡ һәм конкурстар менән ҡыҙыҡлы һәм күңелле сценарий уйлап тапты. Балалар уйынға әүҙем ҡушылды һәм үҙҙәренең сығыштары менән бөтә халыҡты һөйөндөрҙө. Рәта-маҡ ауылынан Әминә Сафина синтезаторҙа поппури башҡарҙы, атаһы уға баянда ҡушылып уйнаны. Исламбахтынан Вера
Шәрипова әсәләр тураһын-да йыр тәҡдим итте. Суҡ-ҡул ауылынан Азалия Вәлишина һәм Наталья Михайлова шиғыр уҡыны. Хаҡлы рәүештә балдың төп өлөшө булып вальс һанала. Һәм был бейеү байрамдың иң тулҡынландырғыс миҙ-гелдәренең береһе булды. Көслө зат вәкилдәре бәләкәй принцессаларҙы бейеүгә саҡырҙы.
Бөтә ҡатнашыусыларға Маҡтау ҡағыҙы, приз һәм татлы күстәнәстәр өләшел-де. Әммә иң ҙур бүләк, әлбиттә, тамашасыларҙың таныуы, ата-әсәләрҙең ғо-
рурлығы, аралашыу шатлы-ғы, үҙ-үҙҙәренә ышаныу.
Сара аҙағында балаларҙы тәмле ризыҡтар менән тулы өҫтәл артына саҡырҙылар. Һуңынан улар туған яҡты өйрәнеү музейында булды. Фәнни хеҙмәткәр Фәйрүзә Әхмәтйәнова музей залдары буйлап улар өсөн экскурсия ойошторҙо. Ҡунаҡтар үҙҙәре менән шатлыҡлы хәтирәләр һәм ыңғай эмоциялар алып ҡайтты.