Республика кимәлендә үткән III «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Өфөлә еңеүселәрҙе бүләкләнеләр. Республиканың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарын ҡотларға дәрәжәле ҡунаҡтар – Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының тормош иптәше Каринэ Хәбирова, “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаларын ваҡытлыса үтәүсе Рөстәм Әхмәҙинуров һәм легендар совет биатлонсыһы, дүрт тапҡыр Олимпия чемпионы Александр Тихонов килде.
Ҡатын-ҡыҙҙарға Рәбиғә Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы тапшырылды. Был – тәүге башҡорт йәмәғәтсеһе, йөҙ йыл элек юғары трибуналарҙан ул ҡатын-ҡыҙҙарҙы дәүләт ойошмалары эшендә, үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә әүҙемерәк ҡатнашырға өндәне, быны ҡатын-ҡыҙҙың һәр халыҡ өсөн милләт әсәһе булыуы менән дәлилләне. “Былтыр, – тип һөйләй проект етәксеһе, “БР-ҙың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары берлеге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, – Рәбиғә Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы булдырырға тәҡдим иттек”. Был төп бүләк. Ул иллеләп ҡатын-ҡыҙға тапшырылды инде. Был бүләккә йәмәғәт хәрәкәте ветераны, “Аҡ тирмә” үҙәге етәксеһе Ләлә Биишева, тележурналистар – “Тамыр” телерадиокомпанияһына нигеҙ һалыусы Луиза Фәрхшатова, Телевидение мәктәбе етәксеһе Шәүрә Ғилманова, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейының элекке директоры Илүзә Ғәйнуллина һәм башҡалар лайыҡ булды. Сараны өсөнсө тапҡыр үткәрәбеҙ. Уның абруйы йылдан-йыл арта, ҡатнашыусылар һаны ла үҫә.
Быйыл бәйгелә ҡатнашыусылар даирәһе киңәйгән. Ҡатнашыуға ғаризалар Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Мәскәүҙән дә килгән. Иң күп ғаризалар – педагогтарҙан. Улар араһында Октябрьскийҙан башҡорт теле уҡытыусыһы