+13 °С
Ясно
Новости
5 Апреля 2019, 09:12

2020 йыл Рәсәйҙә Халыҡ ижады йылы тип иғлан ителде

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән 2020 йыл Рәсәйҙә Халыҡ ижады йылы тип иғлан ителде.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән 2020 йыл Рәсәйҙә Халыҡ ижады йылы тип иғлан ителде. Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко «Рәсәй субъекты сәғәте» ултырышында ошо турала белдерҙе.

«Беҙ Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың 2020 йылды Халыҡ ижады йылы тип иғлан итеү тураһындағы тәҡдимен хупланыҡ. Был Бөтә донъя фольклориадаһы кеүек халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сара менән тап килә. Фольклориада 2020 йылда Башҡортостанда ойошторола», – тип билдәләне Валентина Матвиенко.

Унда Башҡортостандың барлыҡ ҡала-райондары ҡатнаша. Биш ҡитғанан вәкилдәр һәм 100-гә яҡын коллектив көтөлә. Бөгөнгә 73 илдән ғаризалар алынған.
Читайте нас