+20 °С
Облачно
Новости
29 Марта 2019, 09:26

Йөрәктәргә үтеп инде "Йөрәк һүҙе"!

"Йөрәк һүҙе” республика телевизион проекты (проект авторы – Наилә Сәфәрғолова) тиҙ арала танылыу яулап, уны беҙҙең райондың шиғриәт һөйөүселәре лә күтәреп алды.

"Йөрәк һүҙе” республика телевизион проекты (проект авторы – Наилә Сәфәрғолова) тиҙ арала танылыу яулап, уны беҙҙең райондың шиғриәт һөйөүселәре лә күтәреп алды. Ул беҙҙә “Йырлай ҡәләм – тыңла Ғаләм!” исеме аҫтында икенсе йыл үткәрелә.

Шиғриәт кисәһе Башҡортос-тандың 100 йыллығына һәм Театр йылына арналып, ошо төбәктән сыҡҡан шағирҙар ижадына, бында йәшәүсе ижадсыларҙың әҫәрҙәренә мөрәжәғәт итеү шарт итеп ҡуйылғайны.

Сараны районыбыҙҙа киң танылыу тапҡан йәш шағир, күп йырҙар авторы Нурлан Ғәниев менән сценарий авторы һәм режиссёры Гөлфирә Әхмәтшина алып барҙы. Бәйгегә проект авторы Наилә Сәфәрғолова, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёрҙары Илдар Ғүмәров, Алһыу Бәхтиева, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Лилиә Рәсүлева, башҡорт эстрадаһы йондоҙо Рәдиф Зарипов, йырсы-композитор Резеда Мөхәмәтйәнованың килеүе кисәнең мәртәбәһен арттырҙы. Районыбыҙ шағирҙары Нурлан Ғәниев, Фәнирә һәм Сажиҙә Ибраһимовалар, Гәүһәр Йосопова, Сәриә Ғафарова, Рәхилә Биглова, Өммөкамал Шәрәфетдинова, Хәмит Бәшәров, Флүр Әбдрәҡипов, Зыя Латипов, Әнисә Имаева ижад емештәрен үҙҙәре һөйләп ишеттерҙе. Уларҙың сығыштары урындағы артистар Мәхмүт Ибраһимов, Алла Ғилманова, Илшат Рәхмәтуллин, Рафаэль Шафиҡов, Айһылыу Ҡарасурина башҡарыуындағы йырҙар менән үрелеп барҙы. Әйткәндәй, был йырҙар барыһы ла район шағирҙары һүҙҙәренә ижад ителгән. Бигерәк тә Гәүһәр Йосопованың үҙе ижад иткән йырын башҡарыуы бар тамашасының да күңеленә хуш килде.

Шулай итеп, йөрәктәргә үтеп инде "Йөрәк һүҙе"! Күркәм, йөк-мәткеле шиғриәт бәйгеһе. Көслө рух менән һуғарылған шиғырҙарҙы дәртле лә, тетрәндергес тә, уйландырғыс та, аптыратырлыҡ та, илатырлыҡ та итеп һөйләне кисәлә ҡатнашыусылар. Һөйкөмлө телебеҙҙең торошо, тыуған илебеҙ яҙмышы, ғәзиз еребеҙҙең киләсәге, урмандарыбыҙ, себергә китеүсе-ләр, ерҙәге йәшәү шарттарының насарлығы, туған телде уҡыуға ғариза яҙыу, Әсә һәм бала, мөхәб-бәт, халыҡ яҙмышы һәм башҡа киҫкен мәсьәләләрҙе сәхнәнән тамашасыларға еткерҙе. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа үҙенсәлекле, көслө булды. Дүрт сәғәт барған көсөргәнешле бәйге һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Һеҙҙең, беҙҙең йөрәк һүҙе ауаздаш! Уңыштар һеҙгә!
Читайте нас