+18 °С
Облачно
Новости
29 Марта 2019, 12:28

Тыуған ереңдә солтан булыу мөмкинме?

Шаран 1-се мәктәбендә район эшҡыуарҙарының өлкән класс уҡыусылары менән ойошторолған осрашыуында ҡатнашыусылар ошо һорауға яуап бирергә тырышты.

Шаран 1-се мәктәбендә район эшҡыуарҙарының өлкән класс уҡыусылары менән ойошторолған осрашыуында ҡатнашыусылар ошо һорауға яуап бирергә тырышты. Осрашыуҙың төп маҡсаты уҡыусыларҙы урындағы продукция етештереүсе предприятиелар менән таныштырыу һәм һөнәр һайлауҙа ярҙам итеү ине.

Муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Р. Хәбибуллин урындағы продукция етеш-тереүсе – икмәк, икмәк-күмәс һәм кондитер ризыҡтары бешереүсе, ит ярымфабрикаттары, колбаса, ҡымыҙ һәм үҫемлек майы эшләп сығарыу-сы предприятиелар тураһында һөйләне. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары тарафынан етештерелгән еләк-емеш, форель, үҫемлекселек продукцияһы рес-

публика ҡалаларында һәм унан ситтә лә һатыла. Шаран керамика комбинаты һәм шәхси эшҡыуарҙар төҙөлөш тармағын кирбес, блок продукцияһы һәм ағас материалы менән тәьмин итә, йомшаҡ һәм корпуслы йыһаз эшләп сығарыла.

– Иҡтисадтың күп тармаҡ-тарында көндәшлек мөхите булдырылды, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар менән бер рәттән шәхси эшҡыуарҙар ҙа хеҙмәт күрһәтә, – тип билдәләне Рәнис Рафаэль улы.

Эшҡыуар С. Исламов үҙенең блок продукцияһы һәм плитәләр эшләп сығарыу бизнесын үҫ-тереү тураһында һөйләне. Ул эшсәнлеген буш урында башлап ебәрҙе – ер участкаһын ҡуртымға алып, етештереү биналары төҙөнө, кәрәкле йыһаздар һатып алды. Бөгөнгө көндә 8 рәсми эш урыны булдырылды, эш хаҡы һәм бюджетҡа мәжбүри түләүҙәр ваҡытында ебәрелә.

"Команда" йәмғиәте директоры Р. Билалов Дүрмән ауылында ит ярымфабрикаттары етештереүҙе ойошторҙо. Яҡын-тирә ауылдарҙан тиҫтәнән ашыу эшсән тәбиғи, экологик яҡтан таҙа продукция эшләп сығарыу менән мәшғүл. Әлеге предприятие продукцияһы – мантылар, тефтелдәр, фрикаделькалар һәм башҡаларға «Апельсин» сауҙа селтәрендә һәм Шаран районы магазиндарында ихтыяж ҙур.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар сығарылыш уҡыусыларына алда торған имтихандарҙы уңышлы тапшырыуҙарын һәм буласаҡ һөнәрҙәрен дөрөҫ һайлауҙарын теләне.
Читайте нас