+20 °С
Дождь
Новости
29 Марта 2019, 09:28

Таланттарға юл һәр ваҡыт асыҡ!

2018 йылда “Аманат” журналы, Мостай Кәрим исемендәге Фонд

2018 йылда “Аманат” журналы, Мостай Кәрим исемендәге Фонд һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған шиғриәт, сәсмә әҫәрҙәр бәйгеләре ойошторҙо. “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр һәм "Башҡортостан беҙҙән башлана" шиғриәт бәйгеһендә күп кенә уҡыусылар көс һынашты.

Беҙҙең Иҫке Боғаҙы урта мәктәбенән был конкурста 10-сы класс уҡыусыһы Царабаева Надежда ла ҡатнашты. Ниндәй генә ярышта, конкурста ҡатнашһаң да, еңергә теләк булырға тейеш. Ниһайәт, бәйгенең беренсе өлөшө тамамланды һәм унда еңеүселәр билдәләнде. Надежданың дәртләндереүселәр иҫәбенә инеүе – беҙҙең мәктәп өсөн оло ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ булды. 19 февраль көнө М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ошо бәйге еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Еңеүселәрҙе Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова бүләкләне.

– Был конкурста ҡатна-шып, дәртләндереү призына эйә булғаныма, бигерәк тә тантанала оло шәхестәребеҙ менән осрашҡанға бик шатмын, – ти Надежда.

Әйткәндәй, был һылыу уҡыу һәм спорт алдынғыһы ла, 2015 йылдан алып “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе лә. Уның күп кенә мәҡәләләре, шиғырҙары республика һәм район матбуғат биттәрендә йыш баҫылып тора. Киләсәктә тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә үрләүеңде теләйбеҙ, Надежда!

Һәм бәйгене ойоштороу-сыларҙан ошондай теләкте лә еткерәбеҙ: “Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 2019 йылда конкурстың икенсе өлөшө дауам итә. Уның еңеүселәре йыл аҙағында, Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулғанда иғлан ителәсәк. Шуға күрә, беҙ һеҙҙе быйыл да әүҙем булырға, ижади бәйгенән ситтә ҡалмай, дәррәү ҡатнашырға саҡырабыҙ!”
Читайте нас