+17 °С
Облачно
Новости
29 Марта 2019, 12:27

“Бар нәмәнең башы бында, тыуған еремдә”

үҙәк район балалар китапханаһында Шаран 1-се мәктәбенең 5 “а” класы (уҡытыусыһы Л. Егорова) уҡыусылары менән шундай исем аҫтында крайҙы өйрәнеү сәғәте уҙҙы.

үҙәк район балалар китапханаһында Шаран 1-се мәктәбенең 5 “а” класы (уҡытыусыһы Л. Егорова) уҡыусылары менән шундай исем аҫтында крайҙы өйрәнеү сәғәте уҙҙы.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре балаларҙы Шаран районы тарихы менән таныштырҙы, данлыҡлы яҡташтарыбыҙ – яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында һөйләне. Сараға “Һинән гүзәл ер юҡ” тип исемләнгән күр-

гәҙмә ойошторолған ине һәм китаптарға күҙәтеү үткәрелде. Күргәҙмәгә ҡуйылған китап һәм альбомдар йәш китап уҡыусыларға тыуған төйәк, район тарихы тураһындағы белемдәрен нығытырға ярҙам итте. Балаларҙы айырыуса Н. Миңлеғәлиевтың «Край родной, навек любимый», «Во славу земли шаранской», Ә. Әс-фәндиәровтың «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» исемле китаптары, шулай уҡ «Сердцу милый край Шаранский», «Герои Советского Союза Шаранского района» тигән тематик альбомдар ҡыҙыҡһындырҙы.
Читайте нас