«Милләттәштәребеҙ араһында маҡтауға лайыҡ һәм башҡаларға өлгө булған дан ғаиләләребеҙ байтаҡ. Әйҙәгеҙ, уларҙы бар ғаләмгә күрһәтәйек, – тиҙәр Ҡоролтайҙа. – Балаларын илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләгән, туған телдә иркен аралашҡан; халҡыбыҙ тарихын һаҡлауға, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә тос өлөш индергән, йолаларҙы тотҡан, милли кәсептәрҙе тергеҙгән, башҡаларҙы ла был эшкә йәлеп иткән, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған һәм үҙ өлгөһөнә эйәртә алған рухлы ғаиләләрҙе ошо конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ».
Еңеүсене жюри билдәләй. Төп бүләк – телевизор. Интернетта иң күп «лайыҡ» йыйған, йәғни тамашасы һөйөүен яулаған өлгөлө ғаиләне лә матур бүләк көтә. Еңеүсе ғаилә һәм иң күп «лайыҡ» йыйған ғаилә тураһында мәғлүмәт Ҡоролтайҙың рәсми сайтында һәм уның социаль селтәрҙәге төркөмөндә баҫыла.