Үҫмерҙәр араһындағы БР грек-рим көрәше беренселегендә Өфө, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Яңауыл, Белорет һәм башҡа райондарҙан 150-нән ашыу спортсы ҡатнашты. 11 ауырлыҡ төркөмөндә еңеүгә дәғүә итте улар. Рәсми теркәлмәгән ми-ҙалдар иҫәбендә Октябрьский ҡалаһы икенсе урында, уның ҡумтаһында ете миҙал: 1 алтын, ике көмөш һәм 4 бронза.