+16 °С
Облачно
Новости
24 Февраля 2019, 14:09

Почёт пьедесталында – беҙҙең спортсылар!

Шаран спортсылары тхэквондо буйынса XXVIII БР чемпионатында һәм беренселегендә ҡатнашты

Шаран спортсылары тхэквондо буйынса XXVIII БР чемпионатында һәм беренселегендә ҡатнашты

Өфө ҡалаһы «Приозёрныспорй» т комплексында РФ Дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә арнап, тхэквондо буйынса XXVIII БР чемпионаты һәм беренселеге һәм вьет во дао буйынса Өфө ҡалаһы беренселеге үтте.

Спаррингта, формаль комплекс-тарҙа һәм «махсус техника»ла Өфө, Нефтекама, Салауат ҡалаларынан, шулай уҡ Краснокама, Әбйәлил, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Шаран, Илеш райондарынан 450-нән ашыу спортсы ярышты.

Шаран районы исеменән 14 спортсы – Шаран ауылы балалар ижады һәм спорт үҙәгенең тхэквондо секцияһында тәрбиәләнеүселәр (тренеры Р. Идиятов) уңышлы сығыш яһаны. Балалар оҫталыҡтарын һәм көрәшсе сифаттарын күрһәтте.

Һөҙөмтәлә Әлмир Тимеркәев, Анастасия Сидорчук, Елизавета Семёнова, Лилиана Сәйетғәлина,

Илмир Ғәлиуллин 1-се урын яуланы, Илназ Гарапов һәм Нияз Гарапов 2-се урынға сыҡты, ә Илһам Фәйзуллин һәм Айгиз Фәттәхов – 3-сө урында.

Чемпионатты асыу ваҡытында тхэквондо федерацияһы Президенты Фәғит Латипов Өфө ҡалаһында тхэквондо буйынса Рәсәй Кубогын үткәреүҙә айырылып торған инструкторҙар һәм активистарға тантаналы шарттар-ҙа ҡара билбауҙарға сертификат тапшырҙы һәм иҫтәлекле миҙал менән бүләкләне. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең райондан талантлы тренер Радик Идиятов та бар ине. Был бүләктәрҙе инструкторҙар Рәсәй Кубогын яҡшы үткәргән һәм төҫлө билбауҙар араһында 1-се дөйөм команда урыны өсөн алды.

Йәш спортсыларыбыҙҙы һәм тренерҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас