+25 °С
Облачно
Новости
20 Февраля 2019, 14:43

Һаумы, һаумы, Әкиәт!

Иҫке Күсәрбай урта мәктәбендә донъя әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләүселәрҙең «Һаумы, һаумы, Әкиәт!» конкурсы үтте.

Иҫке Күсәрбай урта мәктәбендә донъя әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләүселәрҙең «Һаумы, һаумы, Әкиәт!» конкурсы үтте. Сараның маҡсаты – әкиәтселәр, сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, әкиәт йөкмәткеһен тасуири итеп аудиторияға еткерә белеү, балаларҙа импровизациялау һәләтен асыу.

Күркәм сара хужалары был көнгә ентекле әҙерләнгән: залды әкиәттәгесә биҙәгәндәр, кон-курсанттарҙы мәктәп, уның музейы менән таныштырҙылар.

Райондың төрлө мәктәптәренән 2-7-се кластарҙан барлығы 35 уҡыусы ҡатнашты. Улар баһалама ағзаларына 20 әкиәт һөйләне һәм шул иҫәптән 4 әкиәтте сәхнәләштереп күрһәтте.

Балалар был конкурсҡа бар күңелен биреп әҙерләнгән. Бөтә талаптарға тура килтереп, иң оҫта һөйләүсе йәш әкиәтселәребеҙ алдынғылар сафына сыҡты.

Бик сәмле һәм мауыҡтырғыс сарала беренсе урынға кесе төркөмдә Языков мәктәбенән 2-се класс уҡыусыһы Әминә Шәйәхмәтова, ә урта төркөмдә шул уҡ мәктәптән 6-сы кластан Луиза Исхаҡова лайыҡ булды. Шулай уҡ Иҫке Күсәрбай, Үрге Ҡарғалы, Таң, Первомай, Алексеевка мәктәбе уҡыусылары бик яҡшы әҙерләнгән.

Уңышлы сығыш яһаусыларҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Әкиәттәрҙе яратабыҙ.

Беҙ – әкиәт яҡлаусы!

Ата-бабанан килгән

Халыҡ ижадын һаҡлаусы!

Һәр ҡатнашыусы киләсәктә үҙе хаҡында ошо юлдарҙы әйтә алыр, тип ышанабыҙ. Ә йәш әкиәт һөйөүселәрҙе, иң яҡшы таланттарҙы асыҡлауға, халыҡ ижадын, башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән “Һаумы, һаумы, Әкиәт!” конкурсында бар ҡатнашыусыларға, уларҙы әҙерләүсе етәкселәргә, алып барыусыларға һәм ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Барыһына ла һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас