+18 °С
Облачно
Новости
14 Февраля 2019, 14:08

Һәр ваҡыт бергә булайыҡ!

“Етегән” гәзите редакцияһында Яңы йыл алдынан бүләк уйнатыу сараһында еңеүселәргә бүләктәр таратылды

“Етегән” гәзите редакцияһында Яңы йыл алдынан бүләк уйнатыу сараһында еңеүселәргә бүләктәр таратылды

Гәзитебеҙгә яҙылыусыларҙан бөтәһе йөҙҙән ашыу хат һәм квитанция алдыҡ.

Ете районға (Шаран, Йәрмәкәй, Бүздәк, Благовар, Баҡалы, Туймазы райондары һәм Октябрьский ҡалаһы) өсәр бүләк уйнатылды.

М. Жушеева (Октябрьский ҡалаһы), А. Хәбибуллина (Туймазы), Р. Вәлиева (Баҡалы),

Р. Фәттәхова (Шаран), З. Вәлие-ва (Йәрмәкәй), Р. Сәфиуллин (Бүздәк), Г. Мөхәмәтйәнова (Благовар) бокалдарға эйә булды.

Р. Вәлиуллинаға (Октябрьский), И. Иманғолова (Туймазы), З. Чубариева (Баҡалы), Э. Шәйхуллина (Шаран), И. Рәхмәтуллина (Йәрмәкәй), И. Заһиҙуллин (Бүздәк),

Р. Ғилмановаға (Благовар) – пар менән үтекләү ҡорамаһы; С. Вәлирахмановаға (Октябрьский), Р. Камалетдинова (Туймазы), Л. Якушина (Баҡалы), Н. Ғабдуллина (Шаран), З. Хар-

расова (Йәрмәкәй), Р. Төхвәтшина (Бүздәк), Г. Цэдишҡа (Благовар) сәй сервизы сыҡты.

Төп приз – велосипедты Благовар районының Языково ауылынан Зилә Хисмәтулли-на отто. Өлөшлө һәм даланлы гәзит уҡыусыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Бүләкте Зилә Радит ҡы-ҙының Туймазы ҡалаһында йәшәгән ҡыҙы менән ейәнсәре килеп алды (фотола).

Зилә Хисмәтуллина мәҙәниәт идара-лығында 18 йыл методист булып эшләй. Өс баланы аяҡҡа баҫтырып, әле уларға ейәндәрен үҫтереүҙә ярҙам итә. Баҡсаһын сәскәләр биҙәһә, ихатаһы тулы ҡош-ҡорт уның.

Район һәм күршеләрҙә ниндәй мәҙәни саралар үтеүен белер өсөн, район-ара «Етегән» гәзитен алдыра. Быға тиклем бер нимә лә отмаған – шатлығы эсенә һыймай!

– Гәзиткә беренсе һанынан алып яҙылам. Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр уҡыйым унда, – ти Зилә Радит ҡыҙы. – Киләсәктә лә «Етегән» менән бергә булырмын!
Читайте нас