+24 °С
Дождь
Новости
31 Января 2019, 13:34

Йыл уҡытыусыһы – 2019

Райондың Таң һәм Языков урта мәктәптәре базаһында “Йыл уҡытыусыһы-2019” республика бәйгеһенең муниципаль этабы финалы үтте.

Райондың Таң һәм Языков урта мәктәптәре базаһында “Йыл уҡытыусыһы-2019” республика бәйгеһенең муниципаль этабы финалы үтте. Мәртәбәле бәйгелә 9 мәктәптән 10 педагог үҙенең көсөн һынаны, һөнәри оҫталығын күрһәтте. Әлбиттә, иң-иң оҫталары бәйгенең еңеүселәре һәм призёрҙары исеменә лайыҡ булды. Райондың “Йыл уҡытыусыһы-2019” исеменә Һарайлы мәктәбенең химия уҡытыусыһы Ғәлиә Насирова лайыҡ булды.

География уҡытыусыһы Наталья Абушахмина (Пришиб), физика уҡытыусыһы Фәриҙә Шәймөхәмәтова (Шырлыҡ) бәйгенең призёрҙары тип билдәләнде. “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” исеменә Дмитриев мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Анастасия Завизион лайыҡ булһа, “Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” титулын Таң мәктәбенән Зөлфиә Юнысова алды.
Читайте нас