Тарих туған яҡты өйрәнеү музейында “Сәнғәт – йәшәү сығанағы” темаһына Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Николай Байжевтың рәсемдәр күргәҙмәһе ойошторолдо. Ошо уңайҙан бында ижад кешеләре менән осрашыу кисәһе үтте. Музейҙың фәнни хеҙмәткәре Фәйрүзә Әхмәтйәнова уның тормош юлы һәм ижады менән таныштырҙы. Байжовты дуҫтары һәм ауылдаштары иҫкә алды. Рәсим Садиҡов уның беҙҙең тәбиғәтте ни дәрәжәлә яратыуын һөйләне. Үҙенең кесе тыуған еренең тәбиғәтен ул үҙ картиналарында сағылдырған.
“Түрҙән сыҡҡан рәссам”, уны яратып һәм оло хөрмәт менән Николай Георгиевич Байжевты – рәсем сәнғәтенең шедеврҙар авторын шулай тип йөрөткәндәр. Яңы Сүлле ауылында тыуып-үҫкән рәссамға быйыл 80 йәш тулған булыр ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш йыл элек ул вафат булды.
Николай Георгиевичтың картиналары төрлө илдәрҙә күп кенә музейҙарҙы һәм шәхси коллекцияларҙы биҙәй. Уның беренсе эше – В.И.Лениндың сувенир портреты – башлыҡтың тыуыуына 100 йыллығына бағышланған республика конкурсы һөҙөмтәләре буйынса юғары билдәләнгән. Иң ҡәҙерле эштәрен рәссам “маркетри” техникаһында башҡарған, улар фигуралы фанер пластинкаларынан мозаиканы хәтерләтә. 1975 йылда “БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, 1980 йылда уға “БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелгән. Николай Георгиевичтың эштәре шундай юғары баһалана, шуларҙың береһе В.И.Ленин портреты КПСС Үҙәк комитетының Генераль сәркәтибе Л. Брежневтың бүлмәһен биҙәп тора.
“Ғаилә – уйҙар һәм эштәр берҙәмлеге” байрам программаһы Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылына ба-ғышланған ине. Кешеләрҙе, шул иҫәптән йәмғиәтте нығыта торған ғаиләнән дә ҡәҙерлерәк әйбер юҡ. Әлеге сарала ҡатнашыусы Муллағиевтар ғаиләһе менән яҡындан таныштыҡ. Радмир Морза улы һәм Фәвәлиә Шаһи ҡыҙы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, улар үҙ таланттары менән республикала ғына түгел сит төбәктәрҙә лә танылғандар. Күп һанлы конкурстар лауреаттары. Ғаилә таланты балаларына ла күсә. Улар тураһында сәхнәлә үҫтеләр тип әйтергә лә була, бала саҡтан ауыл клубтарында сығыш яһағандар. Илнур 7-се кластан башлап Өфө ҡалаһының Р.Нуриев исемендәге хореографик училищела уҡыған, уны тамамлағандан һуң, Башҡорт опера һәм балет театрында эшләй. Айнур мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ мәҙәни- ағартыу училищеһына уҡырға инә, Нефтекама ҡалаһы филармонияһында бейеүсе булып эшләй. Артур ҙа шул уҡ уҡыу йортон тамамлаған. Өс улдары ла бейеүсе һәм уларҙы бер әйбер берләштерә – сәнғәткә мөхәббәт. Радмир Морза улы һәм Фәвәлиә Шаһи ҡыҙы үҙҙәренең сығыштарын йылмайып иҫкә ала.
Сараны сағыу сығыштары менән Баш-
ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмис Ғәбиҙуллин етәкселегендәге гармунсылар ансамбле
биҙәне. Аралашыу минуттары тиҙ үтте һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫир ҡал-