+20 °С
Ясна
Новости
31 Ғинуар 2019, 13:36

Мәҙәниәт министрының эш сәфәре

Декабрь башында районға Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова килде.

Декабрь башында районға Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова килде. Тәүҙә Әминә Ивний ҡыҙы граждандарҙы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡабул итеп, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Халыҡ менән әңгәмә ваҡытында райондың үҙәк китапханаһына капиталь ремонт һәм уның китап фондын тулыландырыу, Троицкий ауылында Мәҙәниәт йортон төҙөү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Артабан ул мәҙәниәт учреж-дениеларының эше менән ҡыҙыҡһынды. Благовар районы үҙәк китапханаһында һәм күп функциялы Һарайлы ауыл клубында булды, Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫ-лығы йорто филиалы булған Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт халыҡ тарихи-мәҙәни үҙәгенең эше менән танышты.

Китапханала ул китап фонды күләме, уҡыусылар менән бәйләнеш, үткәрелгән саралар һаны менән ҡыҙыҡһынды.

Әминә Шафиҡованы эш сәфәрендә район хакимиәте башлығы Ю. Коземаслов оҙатып йөрөнө.
Читайте нас