Үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан бик матур сара - Әнәс Сафуановтың «Ауыл тарихы – халҡым яҙмышы» һәм балалар өсөн яҙылған «Кем күпме йәшәй?» китаптарының исем туйы үткәрелде. Байрамға «Алтын башаҡ» әҙәби берләшмәһе ағзалары, медицина һәм педагогия колледжы студенттары, 1-се интернат-мәктәбе уҡыусылары килде.
Быйыл 80 йәшлек юбилейын билдәләгән Әнәс ағай – районыбыҙҙың ихтирамлы кешеһе. 1985 йылдан бирле “Алтын башаҡ” әҙәби берләшмәһе ағзаһы ул.
Ул – 17 китап авторы, шул иҫәптән 5 китабы балалар өсөн яҙылған.
Күңелле байрамды биләмә-ара Үҙәк китапхана директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Шәйҙуллина асты, Әнәс ағайға ижади уңыштар теләп, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса «Ауыл тарихы – халҡым яҙмышы» китабының бик әһәмиәтле булыуын әйтте.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре электрон презентация ярҙамында Әнәс ағайҙың тормош һәм ижад юлы менән ҡунаҡтарҙы яҡындан таныштырҙы.
Китапханасылар Гүзәл Рәхмә-туллина (Кәкребаш ауылы), Гүзәл Шәмсуллина (5-се китапхана), Регина Гәрәева (Үҙәк китапхана) яңы китаптарға байҡау яһаны, үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Исем туйында Әнәс ағайҙың яңы китабына ингән шиғырҙары яңғыраны, китапханасылар тарафынан бик ҡыҙыҡлы итеп “Кино килгән” тигән скетчтан өҙөк күрһәтелде.
Әнәс Сафуанов һуңғы йылдарҙа шәжәрәләр төҙөү өҫтөндә эшләй. Бөгөн уның нәҫелдәштәренең 35 шәжәрәһе әҙер. Иң тәрән тамырлыһы 11-12 быуынды берләштерә. Әлеге ваҡытта Рәсәй һәм сит илдәрҙә йәшәүсе тыуғандарҙы – 2 меңдән артыҡ кеше тупланған шәжәрәләр альбомы әҙерләнә. Ошо турала байрамдың төп сәбәпсеһе – Әнәс ағай үҙе һөйләне. Егеттәр кеүек етеҙ булыуының серен дә асты, ә сере ябай икән – эш менән мауығырға кәрәк.
Кисәлә ҡатнашыусылар иғти-барына «Күңелем моңдары, йөрәгем хистәре»” тигән китап күргәҙмәһе ойошторолған ине.