+13 °С
Ясно
Новости
31 Января 2019, 13:41

“Ҡаҙ өмәһе”

Тыуғандарын һәм күршеләрен ҡаҙ йолҡорға саҡырыу байрамы тамырҙары менән боронғо замандарға барып тоташа һәм башҡорт-татарҙарҙа ғына үткәрелмәй.

Тыуғандарын һәм күршеләрен ҡаҙ йолҡорға саҡырыу байрамы тамырҙары менән боронғо замандарға барып тоташа һәм башҡорт-татарҙарҙа ғына үткәрелмәй. Беренсе ҡар менән күп кенә ихаталарҙа йола буйынса ҡаҙ өмәләре башлана.

Быйыл ул Рәтамаҡ ауылында йәшәүсе Гөлзимә һәм Флорид Ғәйфуллиндар, Әлфирә һәм Рәсүл Әх-мәтшиндар, Ғәлиә апай Гәрәева, Зифа һәм Миҙхәт Вәлиуллиндар, Ләйзә һәм Рәсим Әхмәтовтарҙа үтте.

Бөгөн һүҙ Әхмәтовтар ғаиләһе тураһында.

Рәсим ағайҙың ата-әсәләре ошо ауылдыҡы. Атаһы Зин-нәтулла Бәхтигәрәй улы, “Рә” колхозында шофер, механик-моторсы булып эш-ләй. Улар тормош иптәше Зәйтүнә Ғабдрахман ҡыҙы менән ике бала – Рәсим һәм Зәфнүнәне тәрбиәләп үҫтергән. Зәйтүнә апай колхоз да сөгөлдөр утауҙа эшләй. Унан оҙаҡ йылдар, хаҡлы ялға сыҡҡансы, Рәтамаҡ мәктәбендә йыйыштырыусы була. Бөгөн уға 89 йәш, ул улы Рәсим һәм килене Ләйзә менән йәшәй.

Рәсим ағай Ямал-Ненецк

автономиялы округының Норильск ҡалаһындағы гео-логия-эҙләү идаралығында быраулаусы һәм быраулау мастеры булып эшләгән. Уның тормош иптәше Ләйзә тыумышы менән Усман Ташлы ауылынан. Өс бала тәрбиәләйҙәр. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайталар. Әхмәтовтар әсәләрен генә ҡарап ҡалманы, йорт ерҙәрен дә тәртипкә һалды. Ләйзә апай алтын ҡуллы, буш ваҡыттарында сәйлән менән картиналар сигә.

Был ғаиләнең хужалы-ғында йыл һайын 25-30 ҡаҙ аҫрала. Был көндө иртәнән үк Әхмәтовтар йортонда тыуғандары, дуҫтары йыйылды. Көн буйы улар йортонан көлкө, шау-гөр килеү тынманы. Ҡатын-ҡыҙҙар шаярып, көлөп ҡаҙ йолҡтолар, ир-егеттәр ҙә тик торманы, ярҙам итте. Эш тамамланыуға, күмәкләшеп һый-ниғмәттәр менән тулы өҫтәл артына йыйылдылар.

Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙең береһе булған халыҡ байрамы “Ҡаҙ өмәһе”нең йолаларын һаҡлап ҡалыу маҡсатында өлкәндәр быуындан быуынға иң мөһиме – бер-береңә ярҙам итеү, кеше менән аралашыу һәм хеҙмәткә яуаплы ҡарау хисен бирергә теләйҙәр.
Читайте нас