Өфөлә ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 5-се асыҡ ҡурайсылар конкурсы үтте. Ойоштороусылар – Башҡортостан республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, республика Халыҡ ижады үҙәге, Өфө ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы.
Конкурс бөйөк ҡурайсы, Башҡортостан республика-һының атҡаҙанған мәҙә-ниәт хеҙмәткәре, башҡорт халҡының рухи һәм мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлау-ға һәм үҫтереүгә тос өлөшөн индергән педагог, халыҡ йырсыһы Әҙеһәм Исҡужиндың исемен мәң-геләштереү маҡсатында ойошторолдо. Шулай уҡ ки-ләсәктә халыҡ ынйыларын башҡарыусыларҙы асыу һәм үҫтереү, һирәк төбәк фольклорын һаҡлап ҡалыу ҙа күҙ уңында тотолдо.
Быйыл ижади ярышта Благовещен, Белорет, Сибай, Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы, Өфө, Магнитогорск ҡалаларынан, шулай уҡ Әбйәлил, Әлшәй, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Стәрлебаш, Хәйбулла һәм Өфө райондарынан 80 баш-ҡарыусы ҡатнашты.
Туймазы ҡалаһының данын Балалар музыка мәктәбенең йәш ҡурай-сылары Радмир Ғүмәров һәм Рената Ҡаһарманова (уҡытыусылары Р. Әбсә-ләмов) яҡланы. Ике турҙа ла уңышлы сығыш яһап, ҡурайсылар лауреат исе-менә: Радмир – беренсе, Рената икенсе урынға лайыҡ булды.
Һәләтле балаларыбыҙҙы уңышлы сығыштары ме-нән ихлас ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә һынатмауҙа-рын теләйбеҙ!