+12 °С
Облачно
Новости
14 Января 2019, 13:48

Күренекле ғалим иҫтәлегенә

6-7 декабрҙә Башҡорт дәүләт университетында «Евразияның боронғо һәм урта быуатйәмғиәттәре

6-7 декабрҙә Башҡорт дәүләт университетында «Евразияның боронғо һәм урта быуат йәмғиәттәре: мәҙәниәттәр киҫелеше» тип аталған халыҡ-ара ғилми симпозиум үтте. Күренекле ғалим-археолог, академик, тарих фәндәре докторы Нияз Мәжитовтың иҫтәлегенә арналған был форумда археология һәм фотокүргәҙмәләр ойошторолдо, ғалимдың ижади мираҫы тураһында “Археология арыҫланы”(“Лев археологии”) документаль фильмы күрһәтелде. Симпозиумдың пленар өлөшөндә сит илдәрҙең һәм республиканың күренекле ғалим-археологтары сығыш яһаны. Шулай уҡ был форумдың программаһына ярашлы “Мәжитов уҡыуҙары” ойошторолдо. “Боронғо заманда һәм урта быуаттарҙа Евразия мәҙәниәттәренең үҙ-ара эш итеүе”, “Урта быуат ҡаласығы археологияһы”, “Башҡорт халҡының этник тарихы” тип аталған секция ултырыштарында төрлө тарихи-этнографик һорауҙар ҡаралды.
Симпозиум барышында «Өфө-II ҡаласығы: федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын фәнни өйрәнеү һәм популярлаштырыу» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Шулай уҡ Өфө-II ҡаласығы тураһындағы каталог, китап һәм документаль фильм презентацияһы ла үтте. Этнологик тикшеренеүҙәр Институтының археология һәм этнография музейында “Сарматтар алтыны” тип исемләнгән күргәҙмә ҡарау мөмкинлеге лә булды.
***
Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы (20 август 1933 йыл — 11 октябрь 2015 йыл) — тарихсы-ғалим, археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының беренсе рәйесе (1995—2002), Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе (2000—2009). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы (2006) һәм 2006—2012 йылдарҙа уның вице-президенты. Тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).
Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов 1933 йылдың 20 авгусында Башҡорт АССР-ы-ның Ғафури районы Туғай ауылында тыуған, Пермь дәүләт университетын тамамлаған (1956). СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәрҙән Башҡортостан Фәндәр академияһының вице-президентына тиклем юл үтә[1].
1956—1979 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында археология һәм этнография бүлеге мөдире. 1979 йылдан бирле Башҡорт дәүләт университетында эшләй. 1991 йылдан археология, боронғо һәм урта быуат кафедраһы мөдире.
Ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — Көньяҡ Уралдағы тимер быуат һәм урта быуат проблемаларын тикшереү. Ул 300-гә яҡын фәнни хеҙмәт, 12 монография авторы.
Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов 2015 йылдың 11 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды.

Читайте нас