Ошо көндәрҙә А. Шокуров исемендәге Октябрьский тарих-тыуған яҡ музейында “Башҡортостан республикаһы музейҙары эшсәнлегендә көнүҙәк мәсьәләләр” V республика музей йыйыны үтте. Респуб-лика музей йыйыны – йыл һайын БР дәүләт һәм муниципалитет музейҙары етәкселәре өсөн уҙғарылған корпоратив майҙансыҡ. Йыйында ҡатнашыусылар 2018 йылғы музей эшсәнлеге йомғаҡтарын тикшерҙе һәм киләһе йылдарға эш пландарын билдәләне. 2019 йылда билдәләнәсәк Башҡортостандың ойошоуына 100 йыл тулыу, 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһы ла иҫәпкә алынды. Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәренең, дәүләт һәм муниципалитет мәҙәни даирәһендә музейҙарҙы үҫтереү һәм республиканың музейҙар селтәренең дөйөм мәсьәләләре, шулай уҡ алдынғы дәүләт проекттары һәм ауыл ерлегендә муниципалитет музейҙары эше тәжрибәһенә арналды.