+20 °С
Ямғыр
Новости
9 Декабрь 2018, 07:43

Киләсәк – ырыу ҡото

Башҡорттарҙа борон-борондан балаларҙы йәрәштереп, ырыу-ҡәрҙәшлек ептәрен нығытыу йолаһы йәшәп килгән

Башҡорттарҙа борон-борондан балаларҙы йәрәштереп, ырыу-ҡәрҙәшлек ептәрен нығытыу йолаһы йәшәп килгән. Малайҙар һыбай йөрөй башлар, ҡыҙҙар көйәнтә менән һыу ташыр саҡтары еткәндә, ата-әсәһе уларҙы йәрәштереп, “Һырға туйы” үткәргән. “Һырға туйы”ның асылы үҫмерҙәрҙең бер-береһенә вәғәҙә бүләге тапшырыуҙан ғибәрәт. Ҡыҙ яғы ҡоҙаларҙы көткәндә, ҡыҙ балаға өгөт-нәсихәт әйтәләр.
Ике яҡ та балаларҙың йөҙөн сымылдыҡ менән ҡаплап сығара. Малай ҡыҙҙың ҡолағын тешләп, һырғалар кейҙерә, ҡыҙ малайға үҙе сиккән янсыҡ һәм билбау бүләк итә. Бүләк биреү йыр-бейеү, йөкмәткеле таҡмаҡтар менән үрелеп бара.
Йола үтәлгәс, ике яҡ туғанлашҡан тип һанала. Байрам мәжлесе дауам итә. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар бүләк алыша, артабан туй уҙғарыу тураһында әңгәмә ҡора.
Бөгөнгө көндә онотола барған был йоланы сәхнәләштереп, “Урал” ансамбле III дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды, “Туй таҡмаҡтары” номинацияһында уға махсус бүләк тапшырылды. Ансамбль Райман, Дуҫлыҡ мәҙәниәт йорттарының үҙешмәкәр артистары, Туймазы музыка мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусыларынан тупланған. Күптән түгел ойошторолоуға ҡарамаҫтан, «Урал» ансамбле бик уңышлы, сағыу сығыш яһаны. Фестивалдә туй йолаларынан – килен төшөрөү, ҡоҙалар, кейәүҙе ҡаршы алыу, туй барышы күренештәре тәҡдим ителде. Үҫмерҙәрҙе йәрәштереү йолаһы ҡабатланмаҫлығы менән тамашасылар, жюри ағзаларының күңелен яуланы. Коллективҡа яңынан-яңы үрҙәр, ижади уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас