+20 °С
Дождь
Новости
7 Декабря 2018, 14:52

“Сәнғәттә сиктәр юҡ”

Район үҙәк китапханаһының уҡыу залында “Сәнғәттә сиктәр юҡ” тигән ижад кисәһе уҙҙы

Район үҙәк китапханаһының уҡыу залында “Сәнғәттә сиктәр юҡ” тигән ижад кисәһе уҙҙы
Халыҡ берҙәмлеге көнөн байрам итеүгә арналған сара район һәм балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре менән бергә йыл һайын үткәрелеүсе “Сәнғәт төнө” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Балалар сәнғәт мәктәбе (БСМ) уҡытыусылары менән берлектә ойошторолдо һәм үткәрелде.
үҙәк район китапханаһы залында “Китап – һәләт һәм илһам хазинаһы” һәм “Туған илгә мө-хәббәт һулышы” тип исемләнгән китап күргәҙмәләре ойошторолдо.
Кисәне уҡыу залы китапханасы-һы Венера Зәйҙуллина асты һәм “Буяу ҙа, тауыш та, һүҙ ҙә” тип исемләнгән әҙәби экскурс үткәр-ҙе. Асыҡ һөйләшеү барышында йыйылыусылар сәнғәттең төп өлөшө менән танышты. Кисәнең йәш ҡатнашыусылары мәҙәниәт һәм музыканың киң спектры тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты, бөйөк рәссамдар, музыканттар һәм композиторҙар исемдәрен атаны.
Балалар сәнғәт мәктәбенең (БСМ) “Фортепиано” бүлексәһе уҡытыусыһы Римма Никитина аңлайышлы һәм ҡыҙыҡлы төрҙә музыка сәнғәте нескәлектәре тураһында һөйләне. БСМ уҡыу-сылары Диана Бәширова, Ирина Никитина һәм Алһыу Шәйҙуллина тарафынан фортепианола башҡарылған “Мин музыка менән рухланам” музыка композицияһы кисәнең биҙәгенә әүерелде.
БСМ сәнғәт бүлеге уҡытыусыһы Виктория Саҙиҡова рәссамдар һәм рәсем сәнғәте тураһында һөйләне. Ул Иван Айвазовский ижадына ентекләберәк туҡталды һәм уның ижад үҙенсәлектәрен асты.
Һәр кем “Йәш рәссамдың тылсымлы буяуы” оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты, сәнғәт белеменә эйә булмаһа ла, үҙ портретын яһай алды.
Сара «Ижад шатлығы» күңел асыу-уйын программаһы менән тамамланды.
Читайте нас