Ҡаңны-Төркәй ауылы китапханасыһы Айгөл Гизәр ҡыҙы Мөхәмәтшина мәктәп уҡыусылары менән осрашыуға ауыл хәбәрселәрен дә саҡырҙы. Ул шиғриәт һөйөүселәргә бағышланды.
Тәүҙә айгөл Мөхәмәтшина уҡыусыларҙы ауылыбыҙҙан сыҡ-ҡан Салауат Юлаев премияһы лауреаттары яҙыусы Х.Ғиләжев, режиссёр Ғ.Ғиләжев, шағирә Ф.Туғыҙбаеваларҙың биография һәм ижады менән таныштырҙы. Шунан мәктәп уҡыусылары уларҙың шиғырҙарын уҡыны.
Һүҙ саҡырылған ҡунаҡтарға бирелде. Өс китап авторы, ауыл хәбәрсеһе Рәйсә Яҡупова әлеге ваҡытта үҙҙәренең Х.Ғи-ләжевтарҙың өйө урынында йәшәүҙәре тураһында һөйләне. Үҙе ижад иткән күп кенә шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Балаларға бигерәк тә “Атай күмәсе”, “Еңеү”, “Өләсәйем теләктәре”, “Тәбиғәтем – хазинам” тигән шиғырҙары оҡшаны.
Саҡырылған ҡунаҡ булараҡ мин дә үҙемдең шиғырҙарымды уҡыным. Залда ултырған уҡыусылар-
ҙың күбеһенең ата-әсәләрен баш-ланғыс кластарҙа мин уҡытҡанмын икән. Уҡытҡан дәүерҙә уларҙың һәр береһенә бағышлап шиғыр яҙа торған инем. Әле уҡыусыларға үҙҙәренең ата-әсәһе тураһындағы шиғырҙарҙы ишетеү мауыҡтырғыс булды, тын да алмай тыңланылар. Мин уларға күберәк үҙемдең балаларым, ейәндәрем тураһындағы шиғырҙарҙы уҡыным. Балаларҙың күңеленә бигерәк тә “Балдан да татлыраҡ”, “Ат булып уйнайыҡ”, “Атайым” тигән шиғырҙарым хуш килде.
Дүртенсе класс уҡыусыһы Нәр-кизә Вәкилова ла үҙе ижад иткән шиғырҙарын тәҡдим итте. Уларҙы башҡорт һәм рус телендә яҙған. Бик өмөтлө генә ҡыҙ күренә.
Осрашыу тамамланғас та, уҡыу-сылар таралышырға ашыҡманы. Шундай матур китапханала береһенән береһе ҡыҙыҡлыраҡ китаптарға байҡау яһап, үҙҙәренә оҡшағанын Айгөл Гизәр ҡыҙынан яҙҙырып, өйҙәренә алып ҡайтып киттеләр.
Фәһемле осрашыуҙан барыбыҙ ҙа ҡәнәғәт булып таралыштыҡ.