+18 °С
Ясно
Новости
3 Декабря 2018, 15:50

Шәжәрә – тарих көҙгөһө

Шәжәрә – ул ырыу тарихы

Шәжәрә – ул ырыу тарихы. Борон башҡорттар ырыу ҡәбиләләргә бүленеп йәшәгән, һәр ырыуҙың үҙ исеме булған. Халыҡ элек-электән үҙ ырыуының тарихын яҙып ҡалдыра барған. Шәжәрәлә бөтә ир-ат исемдәре күрһәтелгән. Шәжәрә ғәрәпсә “ағас” тигән һүҙ. Беҙҙең олатайҙарыбыҙ үҙ нәҫелен, ата-бабаларҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған. Ни өсөн ағас? Сөнки ағас – һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдә булған. Халыҡтың тормошон сағылдырған. Тамыры – үткәнебеҙ, олоно – бөгөнгөбөҙ, тармаҡ-ботаҡтары – киләсә-гебеҙ.
Районда шәжәрә байрамдары үткәреү матур йолаға әүрелде. Ата-бабаларыбыҙҙың, нәҫелдәребеҙҙең рухи мираҫын тапшырыу, хал-ҡыбыҙҙың тарихын сағылдырыу сараһы булараҡ, беҙҙең тормошо-боҙҙа мөһим урын алып тора.
Күптән түгел район мәҙәниәт һарайында “Шәжәрә – тарих көҙгөһө” исеме аҫтында районыбыҙҙа иң тәрән тамырлы нәҫелдәрҙең береһе – Таһировтарға һәм Акимовтарға арналған шәжәрә байрамы үтте.
“Туған йәнле шәжәрәһен барлай,
Ете быуын ата-бабаһын,
Тарих төпкөлөнән тамырҙарын,
Беҙ барламай кемдәр барлаһын”, – тигән шиғри юлдар менән башланып китте байрам.
Артабан һәр ырыу вәкилдәре тамырҙары тураһында һөйләне. Таһировтарҙың нәҫел ептәре Мең ырыуының етәксеһе Ҡәнзәфәр-бейгә барып тоташа икән. Шуныһы бигерәк тә ҡыуаныслы, атай-олатайҙарының сығыштарын биҙәр-гә ейән-ейәнсәрҙәре лә килгәйне. Улар үҙҙәренең матур-матур йырҙары, шиғырҙары һәм дәртле бе-йеүҙәре менән тамашасыларҙы һөйөндөрҙө.
Ғәҙәттә шәжәрә ир кеше яғынан төҙөлә тиһәләр ҙә, Таһировтарҙың һәм Акимовтарҙың шәжәрә ағас-тарына ҡатын-ҡыҙҙар яғынан да тармаҡтар төшөрөлгән һәм байрам-ға ла, уларҙың фамилияһын йөрөт-кән ирҙәр генә түгел, оло һәм кесе йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар ҙа килде.
Һәр бер сығыш район мәҙәниәт йорто артистарының концерт номеры менән үрелеп барҙы.
Байрам аҙағында был ғаиләләргә сараның спонсорҙары – эшҡыуарҙар В. Бәҙретдинов менән И. Сухова сәскә һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Шәжәрә байрамы күңелдәрҙә матур тойғолар уятты.
Читайте нас