Сараның төп маҡсаты халыҡ-ара йәмәғәтселеккә Бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫы исемлегенә ҡушыу өсөн Шүлгәнташ мәмерйәһе һүрәттәре һәм ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә индереү өсөн Рәсәйҙәге тәүге геопарк – «Янғантау» тураһында мәғлүмәт биреү ине. Объекттар буйынса түңәрәк өҫтәлдәрҙә рәсми кешеләр, ЮНЕСКО белгестәре һәм эксперттары, Башҡортостан, Рәсәй, Франция ғалимдары, Францияның һәм сит илдәрҙең музей-ҡурсаулыҡтары, ЮНЕСКО халыҡ-ара статусын алған музей комплекстары һәм геопарктар вәкилдәре ҡатнашты.&