+15 °С
Облачно
Новости
3 Декабря 2018, 11:58

Республиканың 100 йыллығына Шаранда физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә

Объектты файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты 2019 йылдың октябренә билдәләнгән

Объектты файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты 2019 йылдың октябренә билдәләнгән. Проект-смета документацияһы буйынса бина 45х27 метр күләмендәге спорт залынан һәм дүрт юлаҡлы 25х8,5 метрлыҡ йөҙөү бассейнынан тора.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, һаулыҡ һаҡлау комплексынан тыш, үҙләштерелгән биләмә сиктәрендә электр уты һүндерелгән осраҡҡа дизель-генератор ҡулайламаһы һәм блок ҡаҙанлығы урынлаштырыла. Автомобилдәр, шул иҫәптән халыҡтың аҙ хәрәкәт иткән төркөмө өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы туҡталҡалар ҡаралған.
Комплекс «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект» программаһы сиктәрендә төҙөлә. Эштәрҙең заказсыһы – республиканың Капиталь төҙөлөш идаралығы.
Читайте нас