+15 °С
Облачно
Новости
19 Ноября 2018, 12:33

Йәрминкәлә хаҡтар ҡулай

Бер нисә көн алдан уҡ бүздәклеләр йәрминкәнең ҡасан һәм нисәлә башланасағын асыҡланы

Бер нисә көн алдан уҡ бүздәклеләр йәрминкәнең ҡасан һәм нисәлә башланасағын асыҡланы.

Ә урыны тураһында һорарға ла кәрәкмәй – күп йылдар йәрминкә район хакимиәте алдындағы майҙанда ойошторола.
Ауыл халҡы иртә тороусан, сәғәт һигеҙҙә үк һатыусылар урын алып, тауарҙарын теҙә башланы. Тәүге һатып алыусылар ҙа оҙаҡ көттөрмәне. Нигеҙҙә, өлкән йәштәге кешеләр барыһына ла өлгөрә, байрам йәрминкәһенә барыу өсөн, бик иртә тора. Был йәрминкә Республика көнөнә бағышланды.
Ит йәрминкәһе тиергә була уны. Көндәр һалҡынайтыу менән, ауыл кешеләре эре мал, ҡош-ҡорт һуя башлай. Яңы һуйылған ҡош итенән тәмле аштар бешерергә теләүселәр ҙә аҙ түгел. Хаҡтар ҙа ҡулай. Аҡсаң күп булмаһа, 150 һумдан быуын һөйәге алырға була, теләгән кешеләр 300 һумдан һөйәкһеҙ ит ала. Бауырҙы – 250, йөрәкте 180 һумдан һаталар. Бройлер, өйрәк һәм ҡаҙ түшкәләре лә тәҡдим итәләр, уларҙың килоһына 250 һум һорайҙар. Бер балыҡсы иртән иртүк табан балыҡтары тотҡан.
Булдыҡлы Туймазы сауҙагәрҙәре Бүздәк йәрминкәһенә ике автолавкала киң ассортиментта ҡош ите алып килгән.
Көҙ – йәшелсә осоро. Быйыл бик уңды ул. Картуф та эре булды. Беренсе көҙгө йәрминкәлә „икенсе икмәк”тең 10 литрлы күнәген 150 һумдан тәҡдим иттеләр.
– Сөгөлдөрҙө нисә һумдан һата-һығыҙ? – тип һорайбыҙ бер ханымдан.
– Егерменән.
Ҡыйбатыраҡ, әммә бик тәмлелер, моғайын. Йәнәшәлә кейеҙ итектәр тәҡдим итәләр. Беҙҙең яҡтарҙа ҡышты унан башҡа үткәреп булмай. Дөрөҫ, йылы аяҡ кейеменең хаҡы бик арзан түгел: балалар быймаһы өсөн 800 һум һорайҙар, өлкәндәрҙекен 1300 һумдан һата-лар.
Уңған кешеләр бәшмәк йыйып һатып, аҡса эшләй. Эйе, еңел эш түгел ул. Йыйғанда ерҙән башың-ды күтәрмәҫкә кәрәк, урынын да белеү мөһим. Ә таҙартыу мәшәҡәте күпме?!
Артабан үтәбеҙ. Сәскә балының 3 литрлы банкаһын 1300 һумдан тәҡдим итәләр. Быйылғы һауа шарттарында йүкә балы булманы, ти умартасы. Белгескә ышанабыҙ. Ысын бал икән, һәр ҡайһыһы файҙалы.
Хужабикәләрҙең береһе, мөмкин-лектән файҙаланып, һатыуға һөт, аҡ май, кәбеҫтә, һарымһаҡ, ҡыҫҡа-һы, хужалығында етештерелгән

бар нимәне алып сыҡҡан. Ҡар-тамаҡтан берәү помидор алып килгән.
Һатыусылар араһында шәхси хужалыҡ тотоусылар ҙа, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары вәкилдәре лә бар. „Фәхретдинов” хужалығы тәҡдим иткән итте халыҡ айырыуса теләп алды. Һатып алыусыларға ташлама ла яһалды. Шаҡтай табыш менән ҡайтып китте улар. Ит һатып алыусылар ҙа ҡәнәғәт ҡалды.
Йәрминкәлә хаҡтар арзан булмаһа ла, экологик таҙа продукцияға күп халыҡ өҫтөнлөк бирә.
Читайте нас