+19 °С
Облачно
Новости
19 Ноября 2018, 13:11

Рәхмәт һәм ихтирам йөҙөнән

Алтын көҙ осоронда беҙ үҙ халҡы өсөн янып йәшәгән, көс һәм белемдәрен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған кешеләрҙе хөрмәтләйбеҙ

Алтын көҙ осоронда беҙ үҙ халҡы өсөн янып йәшәгән, көс һәм белемдәрен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған кешеләрҙе хөрмәтләйбеҙ. Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнөнөң икенсе исеме рәхмәт һәм ихтирам көнө булыуы осраҡлы түгел.
Беҙҙең мәктәптең 11-се класс уҡыусылары Флорид Мәхә-мәдйәров, Илназ Хәйретдинов, Илина Һабанаева, Влада Бикбулатова, Мархабо Исроилова, Рузалина Ямалетдинова, Сабина Сәмиғуллина, Илнара Шәрифуллина, Лиана Биглова, урта звенонан Далира Фәтхиева һәм кесе кластан Зарина Ғәбиҙуллинанан торған волонтёрҙар отряды Баҙғыя ауылындағы ҡарттар һәм инвалидтар интернат-йортона барҙы. Бындай сара беҙҙең өсөн яңылыҡ булғанлыҡтан, беҙ уға бик тырышып әҙерләндек, тулҡынландыҡ. Сараның төп өлөшө ашханала үтте. Барыһы ла беҙ әҙерләп алып килгән әйберҙәрҙе ҡара-ған, рәсем төшөргән, оригами техникаһында төрлө әйберҙәр яһаған арала Зарина, Далира һәм Лиана (етәкселәре А. Әх-мәҙуллина һәм Г. Хөснуллина) матур йырҙар башҡарҙы.
Сара барышында беҙ социаль приютта йәшәүселәр тормошонан бик күп ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәт белдек. Уларҙың һәр береһенең яҙмышы үҙе бер тарих! Бында йәшәүселәр һөйләгәнде күҙ йәшһеҙ тыңлау мөмкин түгел... Пионервожатый Г. Ҡадирова етәкселегендә беҙҙең мәктәп пионерҙары әҙерләгән ҡотлау открыткалары һәм тәмле ҡамыр ризыҡтары әбей-бабайҙар өсөн күркәм бүләк булды.
Беҙ был сәфәр һуңғыһы булмаҫтыр тип ышанабыҙ. Был уҡыу йылының ноябрь һәм декабрь айҙарына ла саралар планлаштырылды инде.
Читайте нас