+25 °С
Облачно
Новости
19 Ноября 2018, 12:06

“Мостай уҡыуҙары” уңышлы үтте

Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияһында "Мостай уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы

Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияһында "Мостай уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Шарт-ҡағиҙә буйынса, сарала мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм педагогтарға 4 номинацияла фәнни эштәр менән ҡатнашыу мөмкинлеге бирелде.
Конкурсҡа 300-ҙән ашыу эш ебәрелгәйне. Тәүге этапта еңеп сыҡҡан эштәрҙең авторҙары баш ҡалаға саҡырылды. Икенсе этапта Баҡалы районы уҡытыусыларына ла ҡатнашыу бәхете тейҙе. Баһалама комиссияһы мәртәбәле ғалимдар, яҙыусылар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларынан тө-ҙөлгәйне. Конкурста Иҫке Ҡатай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лениза Ғабдуллина 3-сө урын яуланы, Иҫке Ҡуян мәктәбе уҡытыусыһы Фәнзәлиә Закирова яҡшы сығышы өсөн яҙыусы Гүзәл Ситдиҡованың махсус бүләгенә лайыҡ булды.
Читайте нас