+20 °С
Дождь
Новости
19 Ноября 2018, 12:37

Моңло ла һуң йәмле Ыҡ буйҙары

Көҙгө матур көндәрҙең береһендә район мәҙәниәт һарайында Ыҡ төбәктәрендә йәшәүселәрҙең XXII Төбәк-ара “Ата-бабалар ере” фестиваленең йомғаҡлау концерты уҙҙы

Көҙгө матур көндәрҙең береһендә район мәҙәниәт һарайында Ыҡ төбәктәрендә йәшәүселәрҙең XXII

Төбәк-ара “Ата-бабалар ере” фестиваленең йомғаҡлау концерты уҙҙы. Әлеге сарала 15 райондан һәм Башҡортостан, Татарстан Республикалары, Ырымбур өлкәһе ҡалаларынан иң сағыу коллективтар сығыш яһаны. Рус, татар, башҡорт, сыуаш йырҙары һәм бейеүҙәре башҡарылды.
Конкурс ике өлөштән торҙо. Һайлап алыу өлөшөндә БР Халыҡ ижады республика үҙәге вәкилдәренән торған жюри хөкөмөнә ҡатнашыусылар үҙҙәренең иң матур сығыштарын тәҡдим итте.
Форсаттан файҙаланып, бер нисә коллектив менән әңгәмәләштем.
Алыҫ араларҙы яҡын итеп Татарстан республикаһы Урыссу ҡасабаһынан килгән “Ютазы йондоҙҙары” халыҡ бейеү ансамбле коллективы 1991 йылда барлыҡҡа килгән. Уның составы йыл һайын үҙгәреп тора. Улар даими рәүештә “Созвездие-йондоҙсоҡ”, “Һайрар һандуғас иле”, “Бала саҡ ритмдары” һәм башҡа бик күп конкурстарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай, дипломант һәм лауреат булып ҡайта. Йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнаша.
– Беҙ әлеге конкурсҡа бишенсе тапҡыр киләбеҙ. Юлда көҙгө тәбиғәттең матурлығына һоҡландыҡ. Күңел кинәнә. Йылдар дауамында башҡа ҡатнашыусы-лар менән туғанлашып барабыҙ тиергә була. Беҙҙе саҡырған, аралашырға мөмкинлек биргән өсөн район хакимиәтенә ҙур рәхмәт. Күршеләребеҙгә киләсәк ижад тормоштарында ҙур уңыштар теләйем, – тине әңгәмәбеҙ һуңында “Ютазы йондоҙҙары” ансамбле етәксеһе Миңлезилә Абдурахманова.
“Аҡ ҡалфаҡ” татар халыҡ фольклор ансамбле Бишбүләк районынан килгән. Етәксеһе Лилиә Мосаева әйтеүенә ҡарағанда, был ансамбль 7 йыл элек тупланған һәм шул уҡ йылда улар Йәрмәкәйгә килеп, Ыҡ төбәктәрендә йәшәүселәрҙең Төбәк-ара “Ата-бабалар ере” фестивалендә ҡатнашып, “Таҡмаҡ жанрын тергеҙеү” номинацияһында дипломант булған.
– Беҙ бөгөн “Шишмә тергеҙеү” композицияһын алып килдек, уны иң мәртәбәлеһе тип уйлайбыҙ. Әгәр ҙә халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, таҡмаҡтарын, халыҡ ижадын онотһак, йылға-шишмәләребеҙ ҙә кибеп бөтөр тигән мәғәнә бирҙек, – тине Лилиә Марсель ҡыҙы.
Ырымбур өлкәһенән килгән “Сударушка” халыҡ ансамбле быйыл 10 йыллык юбилейын билдәләй. Был бәйгегә икенсе генә мәртәбә килеүҙәре. Етәкселәре Рәшит Әғлиуллин менән ансамблгә йөрөүселәр сикһеҙ ғорурлана.
– Һәр тауышҡа үҙе нота яҙа. Ике, хатта дүрт тауышҡа ла йырлата ала. Ансамблгә йәштәрҙе йәлеп итергә тырышабыҙ. Йәрмәкәй районы хакимиәтенә һәм Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренә әлеге сараға са-ҡырған өсөн бик ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уңайлы зал, тауыш яңғырашы ла дөрөҫ ҡуйылған. Үҙебеҙ өсөн музыка өлкәһендә ҡыҙыҡлы күренештәргә иғтибар иттек. Тәжрибә уртаҡлашыу өсөн бик уңышлы сара тип уйлайбыҙ.
Октябрьский ҡалаһынан килгән ҡунаҡтар – “Тальян” халыҡ вокал ансамбленә 33 йыл. Уның ағзалары даими яңырып тора.
– Беҙҙең ансамблдә бөгөн 19 кеше. Әлеге сараға бишенсе тапҡыр килеүебеҙ. Быйыл “халыҡ ансамбле” исеме бирелде беҙгә. Бик күп конкурстарҙа ҡатнашабыҙ, дипломант, лауреат булдыҡ. Артабан да шулай буласағына ышанып йәшәйбеҙ. Бик матур тәбиғәтле Йәрмәкәй яҡтарына беҙҙе саҡырып торалар. Бының өсөн ҙур рәхмәт. Бик йылы ҡаршы алалар. Тирә-йүне йәшеллеккә күмелгән был мәҙәниәт һарайына килеү беҙгә ҙур ҡыуаныс. Күңелебеҙ менән ял итеп китәбеҙ, – тине ансамбль етәксеһе Айгөл Миңнуллина.
Тамашасылар йыр-моң даръяһы-на сумып ҡына ҡалманы, мәҙәниәт һарайы фойеһында әҙерләнгән тематик күргәҙмә менән дә таныша алды.
Бәйге бәйге инде. Уның еңеүселәре лә, еңелеүселәре лә бар. Йырҙар башҡарылды, көйҙәр яңғыраны, бүләктәр өләшенде. Конкурсан-тар бер-береһе менән йылы һау-буллашты. Киләһе осрашыуҙарға тиклем!
Номинациялар:
“Халыҡ йыры”
1-се урын – “Ялгат” мордва халыҡ ансамбле, Йәрмәкәй районы;
2-се урын – “Тальян” халыҡ вокал ансамбле, Октябрьский ҡалаһы;
3-сө урын – “Сударушки” фольклор ансамбле, Бәләбәй районы.
“Эстрада йыры”
1-се урын – “Күгиҙел” халыҡ ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамбле, Миәкә районы;
2-се урын – “Вояж” халыҡ эстрада йыры ансамбле, Дәүләкән районы, “Дарман” халыҡ вокал ансамбле, Әлшәй районы;
3-сө урын – “Рябинушка” халыҡ рус йыры вокал ансамбле, Йәрмәкәй районы, үҙешмәкәр халыҡ коллективы, “Сударушка” вокал төркөмө, Абдуллин ҡалаһы.
“Халыҡ бейеүе”
1-се урын – “Дим биҙәктәре” бейеү коллективы, Миәкә районы;
2-се урын – “Ютазы йондоҙҙары” бейеү ансамбле халыҡ коллективы, Татарстан;
3-сө урын – “Балҡыш” өлгөлө халыҡ бейеү ансамбле, Миәкә районы.
“Традицион фольклор коллективы”
1-се урын – “Илем” сыуаш халыҡ фольклор ансамбле, Бәләбәй районы;
2-се урын – “Аҡ ҡалфаҡ” татар халыҡ фольклор ансамбле, Бишбүләк районы;
3-сө урын – “Ынйылар” татар халыҡ фольклор ансамбле, Благовар районы.
Гран-При
“Русские звоны” рус йырҙары хоры халыҡ коллективы, Бәләбәй ҡалаһы.
Читайте нас