+24 °С
Облачно
Новости
19 Ноября 2018, 13:08

“Комсомол йәшлегем” кисәһе

Шаран тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Комсомол йәшлегем” тигән ял кисәһе үтте, унда “Музей дуҫтары” клубы ағзалары йыйылды

Шаран тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Комсомол йәшлегем” тигән ял кисәһе үтте, унда “Музей дуҫтары” клубы ағзалары йыйылды.
Йәш комсомолдарҙың энергияһы һәм эше менән ҙур хеҙмәт батырлығы күрһәтелә: берәүҙәр сиҙәм күтәрә, Төмәндә нефть сы-ғанаҡтары аса, Байкал-Амур магистрален һала, икенселәре Магнитка һәм Турксибты, Себерҙә электр станцияһы төҙөй, фән-техника прогресы һәм йыһан үрҙәрен яулай. Тарих биттәрен аҡтарып, музей ҡунаҡтары дәүер һулышын тойҙо, заман һәм быуындарҙың ҡабатланмаҫ бәйләнешен күрҙе. Ҡунаҡтарҙың һәр ҡайһы комсомол йәшлеге тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашырға теләне. М. Яковлева үҙенең йәш комсомолдан башлап район комсомол лидерына тиклемге тормошо тураһында һөйләне. А. Сафоновтан ҡунаҡтар уның сиҙәм күтәреүҙә ҡатнашыуы тураһында белде. Ф. Ғабдрахманова Дүртөйлө һәм Салмалы мәктәптәрендә эшләү йылдарын иҫкә алды. Н. Шакирова агитбригада иҫәбендәге әүҙем тормошо тураһында һөйләне. Ф. Фәхретдинова Бөтә Рәсәй кимәлендәге комсомол слёттарында ҡатнашҡан. З. Тажетдинова үҙ ойошмаһындағы уҙған быуаттың 70-80-се йылдары комсомолдарын иҫкә алды. Г. Егорова комсорг булып эшләүе тураһында һөйләне. Шаран тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры З. Негуренко үҙен нисек комсомолға алыуҙарын хәтергә төшөрҙө.
Ҡасандыр, йәш саҡтарындағы кеүек, уларҙың түштәрендә бөгөн дә комсомол билдәләрен күрергә мөмкин ине. Комсомолдарҙың хикәйәте һәм иҫтәлектәре комсомол тормошо тарихын һәр яҡлап асырға ярҙам итте. Ә музей фонды сара ҡунаҡтары бүләк иткән әйберҙәр менән тулыланды.
Читайте нас