+22 °С
Ясно
Новости
19 Ноября 2018, 11:13

Китаптың исем туйы уҙҙы

Өфөлә 2014 йылдан эшләп килгән бер үк исемле проект буйынса «Bashkort 2.0» китабының исем туйы уҙҙы. Китап Мәскәүҙең «Роликс» нәшриәтендә 500 дана булып сыҡты

Өфөлә 2014 йылдан эшләп килгән бер үк исемле проект буйынса «Bashkort 2.0» китабының исем туйы уҙҙы. Китап Мәскәүҙең «Роликс» нәшриәтендә 500 дана булып сыҡты.
«Bashkort 2.0» – Башҡортостандың заманса, үҫешкән һәм маҡсатлы яҡташтары тураһында проект. Исеме яңыртылған, яҡшыртылған был китап башҡорт йәштәре версияһын сағылдыра. Геройҙар Башҡортостанда һәм Рәсәй ҡалаларында, шулай уҡ Европала һәм Азияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, Африкала һәм Австралияла йәшәй.
Проекттың маҡсаты – уҡыусыларҙы илһамландырыу, яңы шәхестәр асыу, яҡташтарыбыҙҙың проекттары менән таныштырыу һәм уларға булышлыҡ итеү, үҫешкән башҡорт йәштәре имиджын булдырыу һәм танытыу, бөтә донъянан ватандаштарҙы берләштереү. Бөгөнгө көнгә проект сайтында 100-ләгән мәҡәлә баҫылып сыҡҡан.
Китаптың исем туйына 400-гә яҡын кеше йыйылды. Ҡунаҡтарҙы Рәсәйҙән һәм сит илдән проект геройҙары сәләмләне. «Арғымаҡ», «Голос.Дети» проекты ҡатнашыусыһы Наҙгөл Отузова, ТНТ-ла «Танцы» шоуы ҡатнашыусыһы Нәркәс Юлдашева сараның махсус ҡунаҡтары булды.
«Уҙған сара тураһында бик күп йылы баһалама алдым һәм был проект йәштәребеҙ өсөн бик кәрәк булыуын аңлайым. Ҡайһы берәүҙәр китапты саранан һуң иртәнгә тиклем уҡыған, – тип һөйләне «Башинформ» агентлығына проекттың ойоштороусыһы һәм етәксеһе Эльвира Моратова. – Эшемдең лайыҡлы һөҙөмтәһен күреү, тамашасыларҙан һәм уҡыусыларҙан юғары баһа алыу – был минең өсөн ҙур ҡыуаныс. Йәштәр был сара менән илһамланды, минең өсөн йәштәребеҙ тормошонда яңы ыңғай тәьҫораттарға ҡыҫылышым булыу ҙур шатлыҡ һәм ғорурлыҡ».
Киләсәктә проекттың дауамы була, моғайын, икенсе форматта, тип асыҡлыҡ индерҙе автор.
Читайте нас