+26 °С
Облачно
Новости
26 Октября 2018, 13:41

“Сөнки беҙ пилоттар...”

Тотош алғанда ун илдән донъя юғарылығындағы 65 пилот үтә еңел авиация буйынса донъя чемпионатында ҡатнашыу өсөн бергә йыйылды.

Тотош алғанда ун илдән донъя юғарылығындағы 65 пилот үтә еңел авиация буйынса донъя чемпионатында ҡатнашыу өсөн бергә йыйылды. Улар араһында – Октябрьский пилоты ла бар. Был ваҡиға йәй аҙағында Венгрияла үтте.

Kanizsa Repulo клубы тарафынан ойошторолған донъя чемпионаты ун алтынсы тапҡыр үтте һәм биш төрлө авиация фәнен күҙҙә тотто. Быйыл ул Үҙәк Европалағы иң ҙур Балатон күленән көньяҡҡа табан гүзәл Венгрия төбәгендә, Надьканиж ҡалаһы аэропортында үтте. Ярыштарҙы “Үтә еңел осоу аппараттары” FAI һәм Парамотор комиссияһы президенты (СIМА) Вольфганг Линтл асты.

Ярыштарҙа заманса үҙ аллы бер-ҙән бер дана етештерелгән самолёттар, гиролёттар (бер һәм ике урынлы), шулай уҡ үтә еңел бер һәм ике урынлы идара ителеүсе дельталёттар ҡулланылды. Пилоттар осоу оҫталығында көс һынашты, навигация бурыстарын хәл итте, үҙ-үҙен тәҡдим итеү бәйгеләрендә ҡатнашты, шул иҫәптән теүәл ултыртыу, яғыулыҡ аҙ ҡалған осраҡта, һауала иҫән ҡалыу мәсьәләһен систе.

Рәсәй йыйылма командаһын дүрт экипаж тәҡдим итте: ике урынлы бер дельталёт, бер урынлы бер һәм ике гиролёт. Уларҙың икеһе – Башҡортостандан. Бер нисә ай элек Ҡырым Республикаһында Рәсәй кубогында беҙҙең пилоттар командалар араһында икенсе урын яуланы, шуға күрә уларҙы донъя чемпионатына саҡырҙылар. Ҡырым өҫтөнән осоп, Өфөнән Әлфиә менән Максим Семёновтар (ике урынлы дельталёт) – “алтын” һәм Юрий Семёнов (Бәләбәй) менән Ришат Исхаҡов (Октябрьский) экипажы автожирҙа “көмөш” яуланы. Венгрияла улар Рәсәй данын яҡланы. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса командалар араһында РФ йыйылма командаһы дүртенсе урынға сыҡты. Әлфиә һәм Максим Семёновтар үҙҙәренең ике урынлы дельталётында (әйтергә кәрәк, улар өсөнсө йыл рәттән донъя аренаһында алдынғылыҡ яулай – 2016, 2018 йылдар чемпиондары, 2017 йылғы Европа чемпионы) донъя чемпионы булды. Юрий Семёнов менән Ришат Исхаҡов идара иткән гиролёт экипажы, донъяның алдынғы унлығына эләгеп, алтынсы урын яуланы.

– Үтә еңел авиация – спортта киң таралған йүнәлеш. Башҡортостан командаһы вәкиле – Октябрьский-ҙан Ришат Исхаҡов авиация менән күптән мауыға һәм инде бер нисә тапҡыр үтә еңел авиацияның алдынғы пилоттары иҫәбенә инеүен дәлилләне. “Октябрьский аэроклубында, – тип һөйләй уның етәксеһе Айҙар Хәмитов, – парашюттан һикереү генә түгел, осорға ла хыялланған егеттәр аҙ түгел. Ришат Нәжип улының үрнәге бының ысынға ашырлыҡ хыял булыуын раҫлай. Хыялыңа тоғролоҡ, ныҡышмалылыҡ ҡанат ҡуя. Һәм, әлбиттә, тирә-йүндәгеләрҙең ярҙамы. Венгрия – яҡын ара түгел, ярыштарҙа ҡатнашыу күп сығым талап итә. Ришат Исхаҡов финанс ярҙамы күрһәткән “Пакер” йәмғиәте директоры Марат Нағумановҡа, “Альтернатива” йәмғиәте баш директоры Рәил Фәхретдиновҡа, “Евротекс” йәмғиәте директоры Руслан Шәриповҡа рәхмәт белдерә. Ә беҙ Ришат Нәжип улының үҙенә ҡотлауҙарыбыҙҙы юллайбыҙ. Донъя чемпионаты – дәрәжәле бәйге!
Читайте нас