+11 °С
Облачно
Новости
26 Октября 2018, 13:26

Благоварҙар Өфөлә

Ижади фестиваль кешеләрҙе берләштерә

Ижади фестиваль кешеләрҙе берләштерә

Республикала Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған “Башҡортостан тарихы биттәре” тигән республика фестиваль-марафоны дауам итә. 7 сентябрҙә уның сиктәрендә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Благовар районы сығыш яһаны. Сарала Благовар районында тыуып үҫкән, тамырҙары ошо районға барып тоташҡан һәр милләт вәкилдәре ҡатнашты.

Район етәкселәренән, артистарҙан, эшҡыуарҙарҙан торған социаль-мәҙәни сығышыбыҙ тик матур тойғолар ҡалдырҙы. Районыбыҙҙың данлы үткәне һәм бөгөнгөһөнә арналған экспозиция һәм күренекле шәхестәрен, социаль иҡтисади үҫешен сағылдырған стенд-күргәҙмәләрҙән башлап, боронғо шөғөлдәрҙең береһе – Ҡәнзәфәр-бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге алып килгән аҫалы балаҫтар, башҡорт халҡының милли аштары күргәҙмәһен тамашасылар ҡыҙыҡһынып ҡараны.

Халыҡтарҙы туплаған, берләш-тергән байрам барыһының да күңеленә хуш килде. Презентациянан һуң Благовар районы фести-валь-марафон эстафетаһын Благовещен районына тапшырҙы.
Читайте нас